Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
14 Февраль 2020, 16:00

Тармаҡ кәңәшмәһендә мәғариф системаһын тикшерҙеләр

Район хакимиәтендә мәғариф буйынса тармаҡ кәңәшмәһе үтте. Унда тармаҡтың 2019 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм 2020 йылға бу-рыстар билдәләнде.

Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, район Советы депутаттары Зөлфиә Әбүбәкирова, Булат Сәйетов, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, мәктәп директорҙары, мәктәпкәсә учреждениелар мөдирҙәре, район мәғариф бүлеге белгестәре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Тармаҡ кәңәшмәһен асып, район хакимиәте башлығы Әнис Ҡасим улы мәғариф сис-темаһындағы иң киҫкен проблемаларҙы тикшереүҙә уңыш-лы эш теләне.
Мәғариф бүлегенең 2019 йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһында мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов һөйләне. Ул белем, өлгәш, уҡыусылар һәм белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәрен ҡарау сифаты, матди базаны нығытыу һәм туҡланыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Илдар Мәҡсүт улы уҡытыу-сыларҙың һәм уҡыусыларҙың төбәк, республика конкурстарында һәм олимпиадаларындағы ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ ул икенсе сменала уҡыу менән бәйле проблемалы мәлдәрҙе билдәләп үтте. Мәғариф бүлеге начальнигы уҡыу йылы дауамында дөйөм белем биреү мәктәптәрендә “ГТО” Бөтә Рәсәй конкурсын индереү буйынса физкультура-спорт эшен ойош-тороу темаһын күтәрҙе.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Гүзәлиә Әхмәтханова үҙҙәренең 2019 йылдағы эшмәкәрлектәре буйынса йомғаҡ яһаны. Берекмәләр йүнәлештәре һәм саралар барышы менән таныштырҙы. “Компьютерҙар етешмәүе Пионерҙар һәм уҡыусылар йортондағы белем биреү процесының уҡыу-методик тәьминәтендә ҙур етешһеҙлек булып тора, был педагогик эшмәкәрлек өсөн даими ҡыйынлыҡтар тыуҙыра һәм белем биреү процесының һөҙөмтәлелеген кәметә”, – тине Гүзәлиә Рәхимйән ҡыҙы. Шулай уҡ ыңғай мәлде билдәләп үтергә кәрәк – яңы бинаға күсеү Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тормошонда күңелле ваҡиға булды.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илгизәр Ғилметдинов балаларҙың спорт ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты, киләсәккә пландар һәм бурыстар ҡуйҙы.
Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Әнис Ҡасим улы, 2019 йылда мәғариф хеҙмәткәрҙәре яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән, тине. Бигерәк тә матди базаны яңыртыу менән бәйле проблемалы мәсьәләләрҙе айырып әйтте һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне. Хакимиәт башлығы мәғариф бүлеге начальнигына коммерция булмаған ойошмалар төҙөп, гранттар менән эште көсәйтергә тәҡдим итте. Социаль проекттарҙың әһәмиәте тураһында һөйләп, Әнис Ҡасим улы отҡан средстволар арҡаһында беҙҙең районда уңышлы бойомға ашырылған сараларҙы һанап сыҡты. Ул, республика һәм федераль кимәлдәге гранттар йәлеп итеү Мәсетле районында социаль әһәмиәттәге бурыстарҙы хәл итеү мөмкинлеген киңәйтәсәк, тине.
Спорт мәсьәләһенә килгәндә, хакимиәт башлығы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илгизәр Ғилметдиновҡа бөтә мәктәптәр уҡыу-сыларын мотлаҡ йәлеп итеп, спорт һөҙөмтәләрен яҡшыртыуҙы йөкмәтте. Бер юлы спорт залдарын ремонтлау тураһындағы мәсьәлә лә күтәрелде.
Әнис Әсәҙуллин хеҙмәттәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм фәҡәт көйлө профессиональ эш барғанда ғына ыңғай үҙгәрештәргә, Мәсетле районының мәғариф системаһында яңы үрҙәргә ирешеп буласағын билдәләне.