Уҙған йылда әбдрәхимдәр йыйылыштарҙа әүҙем ҡатнашты һәм программаны ғәмәлгә ашырыуға дәррәү ҡушылды. Халыҡ зыяраттың ҡоймаһын алмаштырырға булды, сөнки уның ағас ҡоймаһы урыны менән йығылған һәм ремонт талап ителә ине.
Зөлфиә Ғәйфуллина етәкселегендә инициатива төркөмө һайланды.
Проект конкурста һайлап алыуҙы уңышлы үтте. Артабан халыҡ аҡса йыйыуға әүҙем тотондо. Етәксе менән бер рәттән инициатива төркөмө ағзалары Гөлфиә Фәтҡуллина, Зифа Фәтҡуллина, Людмила Зиннурова яҡшы эшләне. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илгиз Зиннәтуллин бағыусы булырға теләк белдерҙе һәм аҡса бүлде.
Эштәрҙең дөйөм смета хаҡы – 475 мең һум.
Ауыл халҡы иҫке ҡойманы һүтеп, тирә-яғын таҙартты, эштәрҙе алып барыу өсөн урын әҙерләне. Бағаналар цемент менән нығытылды, профилдәре һәм бағаналар буятылды, профтүшәмә ҡуйылды.
Ауыл старостаһы Иҙелман Айсиндың әйтеүенсә, шәмбе өмәләренә әб- дрәхимдәр дәррәү сыҡты һәм был изге эшкә үҙ өлөшөн индереүҙе һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләне.