Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
15 Ноябрь 2019, 12:00

Кәңәшмә уҙҙы

Район хакимиәтенең ултырыштар залында электрон хужалыҡ кенәгәһен алып барыу һәм ауыл хужалығы малдарын тамғалау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә “РЭГ-Агро” йәмғиәте вәкиле Ирина Насенник, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Малдарҙы ҡарау ҡағиҙәләренә ярашлы, барлыҡ ауыл хужалығы малдары тамғаланырға (идентификацияланырға) тейеш. Идентификация – малдың һәм мал аҫралған объекттың инвентарь номеры. Уның келәймә, электрон чип, штрих-код менән билдә, ҡолаҡҡа кей- ҙерелә торған ябай бирка, номер ҡу- йылған муйынса булыуы мөмкин. Был процедураға ябай тамғалау тип ҡарарға ярамай. Идентификациялау – ауыл хужалығы малдарының, уларҙы күсереп йөрөтөүҙең иҫәбен алып барыу, малдар-ҙы теркәү системаһы булдырыу процесының бер өлөшө генә. Был система, малсылыҡ тармағында ябай һәм аңлайышлы процедуралар башҡарыуҙан тыш, мөһим бурыстарҙың береһен үтәй – аҙыҡ-түлектең биологик хәүефһеҙлегенә контроль тәьмин итә. Теркәү һаны булған тамғаланған мал, мәғлүмәттәр милли базаһына индерелеп, йорт хайуанының тибы, тоҡомо, тыуған ваҡыты, тоҡом статусы, хужаһы, малдарҙы территорияла күсереп йөрөтөү, хужаһының алмашыныуы, ҡуйылған вакциналар тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Барлыҡ был мәғлүмәт ауыл биләмәләре хакимиәттәре хужалыҡ кенәгәләренә индерелә.

РЭГ-Агро системаһында программа тәьминәте структураһы 12 программа модулен үҙ эсенә ала. Уларҙың береһе – хужалыҡ кенәгәләрен электрон формала алып барыуҙы тәьмин итеүсе “Биләмәләр хакимиәте” модуле. Хужалыҡ иҫәбен алып барыуҙың был автоматлаштырылған системаһы мәғлүмәттәр-ҙе үҙәкләштереү өсөн индерелгән һәм түбәндәге мөһим бурыстарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә:

- халыҡтың һорауы буйынса хужалыҡ кенәгәһенән өҙөмтәләр һәм регламентланған белешмәләр биреү муниципаль хеҙмәте күрһәтеү;

- төбәк һәм муниципаль район кимәлендә биләмәләр хужалыҡ кенәгәләре мәғлүмәттәре туплау, финанс-отчет, һалым һәм статистика характерындағы кәрәкле отчет төҙөү;

- дәүләт власы органдарының тармаҡ-ара мәғлүмәт ярҙамы проекттары буйынса интеграция механизмы булдырыу;

- ғаилә составы һәм башҡалар тураһында социаль хеҙмәттәр менән мәғлүмәттәр алмашыу өсөн электрон белешмәләр булдырыу.

Электрон хужалыҡ кенәгәһе ярҙамында халыҡҡа өй кенәгәһенән күсермә, граждандың ер участкаһына хоҡуғы булыуы тураһында хужалыҡ кенәгәһенән күсермә, финанс шәхси иҫәптән күсермә, теркәү палатаһына белешмә, теркәлгән йәшәүселәр тураһында белешмә, шәхси ярҙамсы хужалыҡ булыуы тураһында белешмә, милектең булыуы һәм һалым тураһында белешмә, мираҫ тураһында белешмә, мәшғүл булмау тураһында белешмә, шәхси милек тураһында белешмә, ғаилә составы тураһында белешмә бирергә мөмкин.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәренә электрон хужалыҡ кенәгәләрен тултырыу буйынса эште әүҙемләштерергә, мәғлүмәттәрҙе ваҡытында яңыртып торорға кәрәк.

Кәңәшмә һуңында Вадим Саҙиҡов ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарына малдарҙы биркалауҙы дауам итергә кәрәклеген, шулай уҡ барлыҡ һарыҡтарҙы тамғалауҙың мөһимлеген иҫкәртеп үтте, биләмәләр территорияларында ауыл хужалығы малдарын күсереп йөрөтөү һәм һатыу өсөн кәрәкле документтар алыу тәртибен, ит һатыуға белешмәләрҙе бары тик район ветстанцияһы биреүен аңлатты.

Гөлдәр СОЛТАНОВА,

район хакимиәтенең төп белгесе.