Сход эшендә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, район Советы депутаттары, дәүләт, муниципаль учреждениелар етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов 2018 йылда бөтә дүрт ауылда башҡарылған эштәр һәм ағымдағы йылға пландар тураһындағы доклад менән сығыш яһаны.
2018 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе бюджетына 21,534 млн һум килем ингән. Райондың һалым һәм һалым булмаған килемдәре 6,67 млн һум тәшкил иткән. 2017 йылға раҫланған бюджет менән са-ғыштырғанда, һалым килемдәре 7,1 процентҡа артҡан.
2018 йылда 5590100 һумлыҡ һалым йыйыу тәғәйенләнгән була, 6670973,21 һум (үтәү проценты – 119,3) йыйылған. Ауыл биләмәһендә һалым һәм һалым булмаған килемдәр буйынса недоимка 2019 йылдың 1 ғинуарына 2934 мең һум тәшкил иткән. 2018 йылда ауыл биләмәһенең сығымдары 20291651,01 һумға финансланған.
Биналар һәм ҡоролмаларға, йылытыу системаларына ағымдағы ремонт яһала. Яңы Мөслим ауылы мәктәбенә капиталь ремонт яһалған, шулай уҡ, “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, 650 мең һумға тәҙрәләр алмаштырылған. “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы буйынса Әжекәй ауылы мәктәбендә тәҙрәләрҙе алмаштырыу һәм кухняны ремонтлау планлаштырыла. Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөй башлау әһәмиәтле ваҡиға булды.
Фельдшер-акушерлыҡ пункт-тарын модернизациялау программаһы буйынса Яңы Мөслим ауылында модулле ФАП төҙөлдө. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының пландарында – Әжекәй ауылында шундай уҡ ФАП төҙөү.
Мәсетле районы хакимиәте ҡарарын бойомға ашырыуға ярашлы ауыл биләмәһе территорияһында ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр баш-ҡарылды. Тәү сиратта бөтөн көс урам-юл селтәрен тейешле тәртипкә килтереүгә йүнәлтелде (сүп-сарҙан таҙартыу, юл хужалығы объекттарын тәртипкә килтереү һ. б.). Юл хужалығына айырым иғтибар бүленә. Урам яҡтыртылышын модернизациялау дауам итә. 2018 йылда яңы лампалар ҡуйылған, улар-ҙы ҡуйыу дауам итә. Башҡортостан Республикаһында урам яҡтыртылышын модернизациялау буйынса яңы программа ебәрелгән һәм бөгөнгә 1100 мең һум бүленгән. Ошо аҡсаларға Яңы Мөслим ауылы мәктәбе һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡорт гимназияһы тирәһендәге урам яҡтыртылышы өсөн яңы электр линиялары һуҙыу буйынса эш башлау планлаштырыла.
“Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу” һәм “Башҡорт ихаталары” программаларына ярашлы муниципаль программа әҙерләнгән, уға Оло Ыҡтамаҡ ауылының өс йәмәғәт һәм 18 күп фатирлы йортоноң ихата территорияһы индерелгән. 2018 йылда ике йәмәғәт территорияһын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған.
Күп фатирлы йорттарҙа һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү программаһын бойом-ға ашырыу башланды. Индивидуаль йылытыу системаһына барлығы 24 күп фатирлы йорт күсерелгән.
Ауыл биләмәһендә янғын- дарҙы профилактикалауға айырым иғтибар бүленә. Бөгөнгә 50 янғын хәбәр иткесе бирелгән.
2018 йылдан шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ла дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, улар, ауыл хужалығы кооперативына берләшеп, өс млн һумлыҡ грант алыуға тулыһынса дәғүә итә ала. Бөгөнгә был ауыл Советы буйынса ике кооператив грант алды. 2019 йылда тағы ла берәү планлаштырыла.
Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары йыйылғандарҙы райондың тотош социаль-иҡтисади үҫеш күр-һәткестәре менән таныштырҙы. Ауыл хужалығы тармағы йом-ғаҡтары менән – Мәғлүмәт-консультация үҙәге начальнигы Владимир Филимонов. Райондағы криминаль хәл-торош хаҡында Мәсетле эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Әбүбәкиров хәбәр итте.
Район етәкселегенә Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы Совет урамындағы юлға (юлдың һәм һыуҙар ағып төшә торған канау-ҙарҙың насар таҙартылыуы), юл билдәләре ҡуйыуға (Совет урамында “Вега” сауҙа йорто тирәһендә) ҡағылышлы һорау-ҙар бирҙе. Йыйылышта ҡатнашыусылар йәйәүлеләр өсөн юлдар булдырыу үтнесе менән мөрәжәғәт итте.
Шулай уҡ халыҡ ауылдың сәнәғәт зонаһында (Пушкин урамы) һыу биреү, Ленин урамындағы йорт яны территорияларын таҙартыу, Ыҡ һәм Әй йылғалары ярҙарын нығытыу менән бәйле проблемалар өсөн ҡайғыра. Бер кешене үҙәк май-ҙандағы ангарҙы һүтеп алыу борсой.
Яңы Мөслимдәр граждандар йыйылышында яңы сүп-сар реформаһына ҡағылышлы үҙ фекерҙәрен әйтте. Улар өйҙәре эргәһендә контейнерҙар торасағына риза түгел.
Үткән йыл ауылда “Ҡала мөхите” программаһы буйынса Еңеү паркы үҙгәртеп ҡоролдо һәм төҙөкләндерелде. Әммә элекке универмагтың ташландыҡ бинаһы уның бөтә күренешен боҙа. Халыҡ шулай уҡ ауылда тәртип булмауына, ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмының артыуына борсола. Шуның менән бәйле ҡатын-ҡыҙҙар советын ойоштороуҙа ярҙам итеүҙе үтенделәр. Мөслимдәр хәл итеү өсөн район ведомстволарынан ярҙам кәрәкле проблемалы мәсьәләләргә шулай уҡ ҡом һәм ваҡланған таштың контролһеҙ сығарылыуын да индерҙе.
Әжекәй ауылы халҡын төрлө мәсьәләләр борсоно: улар урамдар торошо, төҙөкләндереү, берәҙәк эттәр менән көрәш, төлкөләрҙең һөжүм итеүе, Сәскәле урамынан башлап урам яҡтыртылышы өсөн ҡайғыра. Нәсибуллин, С. Юлаев урамдарындағы юлдар, шулай уҡ Октябрь урамындағы юлдың бер өлөшө ремонт талап итә.
Йыйылышҡа килгән кешеләр уның эшендә әүҙем ҡатнашты, һорауҙар бирҙе, тәҡдимдәр индерҙе һәм үҙ фекер-ҙәрен әйтте.
Күп кенә һорауҙарға етәкселек урында уҡ яуап бирҙе, ҡалғандарын контролгә алды.