Ауыл биләмәһе башлығы Фаил Әхмәтшин отчет доклады менән сығыш яһаны. Былтыр түбәндәге эштәр баш- ҡарылған: экологик шәмбе өмәләре уҙғарылған, урындағы башланғыстарға ярҙам итеү прогаммаһы ярҙамында клуб ишектәре алмаштырылған һәм янғын осрағында сығыу ишеге эшләнгән, юл билдәләре һатып алынған һәм ҡуйыл-ған, Ишәле ауылында күпер ремонт- ланған, һыу сығарыу башняһына капиталь ремонт яһалған, шулай уҡ теләштәрҙең үтенесе буйынса Ҡабыҡ кисеүе аша яңы күпер төҙөлгән.
Был ауыл биләмәһендә торлаҡ зоналарҙа янғын хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүленә. Мәҫәлән, профилактик эштәр системалы уҙғарыла. Һуңғы ике йылда 45 янғын хәбәр иткесе ҡуйыл- ған, янғын һүндереү депоһы бар. Шуға ҡарамаҫтан, үткән йыл ике янғын бул-ған. Ике осраҡта ла электр үткәргестәренең төҙөк булмауы – төп сәбәп.
Доклад һуңында, Фаил Вәис улы биләмә хакимиәтенең 2019 йылға пландары менән уртаҡлашты. Ул төҙөкләндереүгә, уңышһыҙ ғаиләләр менән эшләүгә, алкоголизмды профилактикалау-ға, юлдарҙы ремонтлауға, автобус туҡталыштарын йыһазландырыуға, мал зыяратын төҙөүгә, сүп-сар өсөн 106 контейнер һатып алыу һәм улар өсөн май-ҙансыҡтар йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Биләмә башлығы район хакимиәтенә, бағыусыларға, шулай уҡ әүҙем тормош позицияһы биләүсе һәм хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтеүсе ауыл кешеләренә рәхмәт белдерҙе.
Бөтә ил буйынса һанлы телевиде-ниеға күсеү бара. Ләкин Ростов ауыл биләмәһе ауылдарында йөҙ процентҡа тиерлек бәйләнеш юҡ. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова һанлы эфир телевидениеһы зонаһынан ситтә йәшәгән кешеләргә Юлдаш йыһазы һатып алыуҙа һәм ҡуйыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләне. Ярҙам һорап граждандарҙың ике категорияһы: пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙар һәм балаға айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Ул халыҡты ярҙамдан файҙаланырға һәм 1 апрелгә ҡәҙәр кәрәкле документтарын тапшырырға өндәне.
Бөтә докладтарҙы тыңлап бөткәндән һуң проблемалар хаҡында һөйләргә ваҡыт етте. Тәүге һорау Тәкә ауылы юлына ҡағылышлы булды. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин аңлатыуынса, Башҡортостанда ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт түшәүгә йүнәлтеләсәк “Тыуған урам” программаһын бойомға ашырыу планлаштырыла. Ул әлеге проблеманы хәл итергә булышасаҡ.
Ғөмүмән, юлдар торошона ҡағылышлы һорауҙарҙы Ишәле һәм Теләш ауылдары кешеләре лә бирҙе. Ә Яңы Мөслим ауылына тиклемге юлды кер таҡтаһы менән сағыштырҙылар.
Халыҡ Ҡорғат ауылы яғына тура юлдың булмауына зарланды. Әнис Ҡасим улы Тәкәнән Тимербайға хәтле юл һалыу планлаштырыла, тине. Был почта өсөн дә, юлсылар өсөн дә, маршрутлы автобус өсөн дә, халыҡ өсөн дә уңайлы буласаҡ.
Шулай уҡ Ростов ауылы биләмәһе граждандары поликлиникалағы түләүле хеҙмәттәр, ерҙәрҙе ҡуртымлау, берәҙәк эттәр кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Бөтә һорауҙарға ла ентекле яуаптар бирелде.