Улар эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, бүлектәр начальниктары, район хакимиәте белгестәре, Баш-ҡортостан Республикаһы министрлыҡтарының муниципаль район территорияһындағы территориаль бүлектәре начальниктары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ойошмалар, учреждениелар етәкселәре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Ауыл биләмәләренең граждандар йыйылыштары үҙҙәрен халыҡты башҡарма власть органдарының ни менән мәшғүл булыуы, йәшәйеште тәьмин итеүҙең бар йүнәлештәрен дә яҡшыртыу буйынса үҙ алдарына ниндәй бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйыуы тураһында мәғлүмәтләндереүҙең эффектлы формаһы булараҡ күрһәтте, һәм, иң мөһиме, халыҡтың уларҙы нисек хәл итеүҙәрен белеүелер, моғайын.
Башта, ғәҙәт буйынса, Дыуан-Мәсетле һәм Яңы Яуыш ауыл советтары ауыл биләмәләре башлыҡтары Мәғәмүр Ханнанов һәм Рөстәм Әхмәтйәнов халыҡ алдында үтәлгән эш тураһында ентекле отчет бирҙе. Район етәкселеге йыйылышта ҡатнашыусыларҙы социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштыр- ҙы.
Биләмәләр халҡы етәкселәр биргән мәғлүмәттәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу күр-һәтте, бик күп һорауҙар бирелде, шулай уҡ күрһәтелеүсе хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әйтелде. Дыуанмәсетлеләрҙе юлдар торошо, ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау, һаулыҡ һаҡлау һәм диләнкәләр торошоноң тейешле булмауына бәйле мәсьәләләр борсой. Шулай уҡ сүп-сар реформаһы буйынса һорауҙар күп булды, шулай ҙа иң ныҡ тикшерелеүсе тема булып уларҙа стационар дауахана асыу мәсьәләһе ҡала.
Яңы Яуыш ауыл биләмәһе халҡы ла әүҙемлек күрһәтте: һорауҙар бирҙеләр, тәҡдимдәр индерҙеләр, үҙ фекерҙәрен әйттеләр. Район етәкселәренә бирелгән һорауҙарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, мәктәпкәсә белем биреүгә һәм газ үткәреүгә ҡағылды. Яуыштар өсөн интернет тиҙлеге менән бәйле мәсьәлә асыҡ килеш ҡала.
Йыйылыштарға йомғаҡтар яһап, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин йыйылышта ҡатнашҡандары өсөн халыҡҡа рәхмәт әйтте һәм ҡатнашыусылар һанының артыуын билдәләп үтте. Йыл һайын үткәрелеүсе граждандар йыйылыштары ярҙамында күп мәсьәләләрҙе хәл итеп була һәм бары тик үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, берҙәм тырышлыҡ менән генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Шулай уҡ Әнис Ҡасим улы әүҙемлек күрһәтергә һәм дәүләт тарафынан бирелеүсе һәр төрлө гранттарҙа ҡатнашырға кәрәклегенә йыйылышҡа килгәндәрҙең иғтибарын көсәйтте.
Йыйылыштар эшлекле һәм уңышлы үтте. Халыҡ бөтә һорауҙарына ла ойошмалар белгестәре һәм етәкселәренән төплө яуаптар алды. Осрашыуҙарҙа күтәрелгән күп кенә мәсьәләләрҙе етәкселек шәхси контролгә алды.