Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
6 Март 2019, 12:03

Халыҡ көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә

Уҙған аҙнала Яңы Мишәр, Йонос, Кесе Ыҡтамаҡ, Ҡорғат ауыл биләмәләрендә граждандар сходы булды.


Ҡорғат ауыл биләмәһендә.


Яңы Мишәр ауыл биләмәһе өсөн ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе көнүҙәк булды һәм булып ҡала. Былтыр бында 1550 метр оҙонлоҡта юлды ремонтлағандар. Урамдарҙы яҡтыртыу өсөн ремонт башҡарылған һәм лампалар алмаштырылған. Ясин ауылы зыяратында ерләү кәрәк-ярағын һаҡлау өсөн келәт төҙөлгән. Юлдар ситен һәм сүплектәрҙең тирә-яғын таҙартыу буйынса шәмбе өмәләре ойошторолған. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҙур эш башҡара. Уҙған йыл эшмәкәрлек йомғаҡтары буйынса улар районда III урын алған. Сараларҙы ойоштороуҙа пенсионерҙар Сажиҙә Ханова, Рәйфә Сәхәүетдинова, Рая Ғарипова, Наилә Хәйретдинова, Гөлшат Әхмәҙиева һәр ваҡыт ярҙамға килә.

Проблемалар ҙа етерлек: фермер-ҙарға эшкәртеү өсөн ерҙәр етмәй, район үҙәгенә тиклем юлдар насар.

2019 йылда Яңы Мишәрҙә Гөршишмә урамы юлын ремонтларға, Яңы Мишәр мәктәбе территорияһын кәртәләү өсөн “Урындағы башланғыс-тарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға, контейнерҙар алыу һәм уларҙы урынлаштырыу өсөн майҙансыҡтар булдырырға, урамдарҙы яҡтыртыу өсөн өҫтәмә лампалар алырға йыйыналар.

– Беҙ был эштәрҙе халыҡтың ярҙамынан башҡа атҡарып сыға алмаҫ инек. Шуға күрә Ғәбделйән Ғай- синға, Илгиз Хажиевҡа, Фаиз Муллабаевҡа, Радим Шаһиевҡа, шәхси эшҡыуарҙар Руслан Мөхәмәтйә- новҡа, Марсель Ғәлләмовҡа ҙур рәхмәт белдерәм, – тине ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров.

Йыйылышта граждандар дарыухана пункты асыу тураһында һорау күтәрҙе. Был мәсьәлә былтыр башҡа ауыл биләмәләрендә лә күтәрелгән. Үҙәк район дауаханаһы вәкиленең әйтеүенсә, оҙаҡламай фельдшерҙар элекке кеүек дарыу һата башлаясаҡ. Әлеге мәлдә лицензия алыу эштәре бара.

Яңы Мишәр ауыл клубы авария хәлендә ине. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәнифйән Әхмәтйәнов өс йылда клубтарҙы капиталь ремонтлау буйынса күп эштәр баш- ҡарылыуы тураһында белдерҙе. “Беҙ һеҙҙең проблеманы беләбеҙ. Бөгөн документтар әҙерләнә. Киләһе йылда ремонт эшләрбеҙ тип өмөтләнәбеҙ”, – тине ул, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.

Мәғарифҡа бәйле һорауҙар ҙа яңғыраны. Ул компьютер техникаһының етешмәүенә һәм Көршәле ауылынан балаларҙы ташыуға ҡағылышлы булды.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүф Ниғмәтуллиндың әйтеүенсә, отчет осоронда Йонос ауыл биләмәһендә ярҙы нығытыу буйынса эш башланған. Тайыш һәм Әбдрәхим ауылдарында мәсет төҙөлә башланған.

Был ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең һорауҙары күп ине. Уларҙы граждандарҙың айырым категорияларына коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә сығымдарҙы компенсациялау өсөн айлыҡ аҡсаның аҙ бүленеүе борсой. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән һорауҙар тештәрҙе дауалаған өсөн түләүгә, Өфө табиптарының килеүе тураһында хәбәр ителмәүенә, эндокринологтың, Айыпта фельдшерҙың булмауына бәйле ине.

Тимерәк ауылы халҡын да борсоған һорау-ҙар күп. Улар юлдар һәм һыу менән тәьмин итеү торошоноң насарлығы, зыяратты кәртәләү кәрәклеге тураһында белдерҙе.

Тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Бер граждан электр сымдарының торошон тикшереү өсөн үлсәүсе ебәрергә тәҡдим итте.

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин йыйылышҡа йомғаҡ яһап, күтәрелгән мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн бер айҙан йәнә киләсәген һәм Йоноста граждандарҙы ҡабул итәсәген белдерҙе.

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә халыҡ йыллыҡ эшкә йомғаҡ менән танышыу, киләсәккә пландар төҙөү, борсоған һорауҙарға яуап алыу өсөн мәҙәниәт йортона йыйылды.

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Степан Гуштюктың йыл дауамында башҡарылған эштәр тураһында доклады тәғәйен һандар менән нығытылып барҙы һәм алдағы осорға билдәләнгән бурыстар исемлегенән торҙо. Кесе Ыҡтамаҡ халҡын клубты ремонтлау, телефон һәм интернет үткәреү, түләүле медицина хеҙмәттәре мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы, дауаханаларҙа ятып дауаланыу өсөн урындарҙы арттырырға һоранылар. Хужалары булып та, ташландыҡ хәлгә килгән, шуның менән ауылдың йәмен ебәргән участкалар тураһында ла һүҙ сыҡты. Хоҡуҡ һағы һәм пенсия менән тәьмин итеү тураһында һорауҙар яңғыраны.

Ҡорғатта осрашыуҙы асып, ауыл биләмә-һе хакимиәте башлығы Илнур Кашапов уҙған йылда башҡарылған эштәр менән таныштыр-ҙы. Артабан йыйылыш диалог формаһында дауам итте. Ауыл халҡы район етәкселегенә йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, мәшғүллек тураһында һорауҙар бирҙе. Ҡорғаттарҙы йәмәғәт транспортының булмауы борсой. Улар район үҙәгендә “Эконом” магазины эргәһендә туҡталыш эшләргә һораны, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн ял базаһы төҙөргә тәҡдим иттеләр.

Сход һуңында район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Айҙар Әхмәтшин ауыл халҡына асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндәре, күтәргән һорауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙы борсоған мәсьәләләр ҡараласағын, мөмкин тиклем хәл ителәсәген белдерҙе. Ул эшкә урынлашырға теләгәндәр өсөн Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы кирбес заводында эш урындары булыуы тураһында белдерҙе. Ә бөгөнгө көндә ҡорғаттар өсөн иң ҡыуаныслыһы – күпер төҙөлөүе.

Айгөл ШАРАПОВА,

Адель АБДРАХМАНОВА

әҙерләнеләр.