Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
1 Март 2019, 16:10

Халыҡ йыйылыштарҙа әүҙем ҡатнаша

Ауыл биләмәләрендә йыйылыштар башланды




Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ауыл хакимиәте башлығы Раил Низамовтың әйтеүенсә, 2018 йылда тирә-яҡты таҙартыу буйынса шәмбе өмәләре ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу һәм таҙалыҡ булдырыу буйынса эштәрҙең мөһим өлөшөнә әйләнде.

Шулай уҡ электр сымдарын, урам фонарҙарын алмаштырыу буйынса эштәр бара, яңы фонарҙар ҡуйыла. Юл билдәләре урынлаштыра башлағандар, быйыл да был эш дауам итәсәк.

Ауыл биләмәһе территорияһында булған малдарҙың 65 проценты тамғаланған.

Ауыл халҡы төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр "Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса Һөләймән ауылында балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Быйыл шундай уҡ объект Һабанаҡ ауылында планлаштырылған. “Балалар спорты” программаһы буйынса Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә спорт залы ремонтланған, инвентарь алынған.

Пландарҙа – юлдарҙы ремонтлау, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эште дауам итеү, программаларҙа ҡатнашыу өсөн һыу менән тәьмин итеү системаһына документтар әҙерләү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйыу.

Ауыл биләмәһе халҡы һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашты. Күпер мәсьәләһе бер нисә йыл асыҡ ҡала, халыҡты браконьерлыҡ проблемаһы борсой, малдарҙың, эттәрҙең иректә йөрөүҙәре мәсьәләләре күтәрелде.
Әләгәҙ ауыл биләмәһендә “Ҡала мөхите” программаһы буйынса уҙған йыл күп фатирлы ике йорттоң ихаталарына асфальт түшәлгән. “Реаль эштәр” программаһы буйынса “Родничок” балалар баҡсаһында тәҙрәләр алмаштырыл-ған. Ҡайһы бер участкаларҙа юлдар ремонтланған, юл билдәләре ҡуйылған, урамдарҙа фонарҙарҙы алмаштырыу һәм ҡуйыу буйынса эштәр бара.

Юлдарҙы ремонтлауҙы быйыл да дауам итергә, шулай уҡ күберәк халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итергә, ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән программаларҙа артабан ҡатнашыр-ға планлаштыралар.

Ауыл халҡын һыу менән тәьмин итеү һәм юлдар торошо проблемалары борсой. Октябрьск ауылында ике ҡатлы иҫке өйҙәргә һәм ял паркына, хужаһыҙ гараждарға һәм элекке совхоздың келәттәренә, район поликлиникаһы табиптарына яҙылыу һәм Борғатъя ауылында урман йығыуҙың законлы булыу-булмауына бәйле һорауҙар яңғыраны.
Оло Аҡа ауыл биләмәһендә былтыр юлдарҙы ремонтлауға, сүплектәрҙе гөр-ҙөрөүгә ҙур иғтибар бүленгән, экологик акциялар һәм шәмбе өмәләре үткәрелгән. Ауыл биләмәһенә ҡараған һәр ауылда урам фонарҙары ремонтлана, лампалар алмаштырыла. Баннерҙар һәм алтаҡталар ҡуйылған. Вадим Шаһибитдинов халыҡтың “Урындағы башлан-ғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыуын билдәләне: 1500 метр юл ремонтланған. Ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса Степной ауылында клуб ҡыйығы ремонтланған.

Оло Аҡа ауылында авария хәлендәге күпер проблема булып ҡала.

Быйыл ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе дауам итергә, артабан да “Реаль эштәр”, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” һәм шулай уҡ “Ҡала мөхите” программаларында ҡатнашырға планлаштыралар.

Халыҡ ауыл амбулаторияһы эше, уның ҡыйығын ремонтлау менән ҡыҙыҡһынды, Степной ауылында ФАП-ты асырға һораны. Халыҡты һөттө түбән хаҡ менән һатып алыуҙары борсой. Был мәсьәлә бик әүҙем тикшерелде.
Абдулла ауыл биләмәһе халҡының да проблемалары шундайыраҡ. Табиптарға яҙылыу, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы алыуға бәйле һорауҙар күп. Бында кеҫә телефоны бәйләнеше юҡ тиерлек – ауыл халҡы бына инде бер нисә йыл ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорай.

Ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Носратуллиндың әйтеүенсә, былтыр апрелдән башлап урамдарҙы, ихаталарҙы, урмандарҙы таҙартыу, ҡоймаларҙы һәм биналарҙың тышҡы яғын ремонтлау башҡарылған, халыҡ экологик өмәләрҙә бик теләп һәм әүҙем ҡатнашҡан. Абдуллалар төрлө программаларҙа ла ҡатнашып тора.

Пландарҙа – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйыу, улар өсөн майҙансыҡтар урынлаштырыу.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында малдар һаны кәмемәһен өсөн кооперативтарға берләшергә кәрәк. Ошо мәсьәлә буйынса халыҡ менән үткәрелгән тәүге йыйылыштар кооперация ойоштороуҙың маҡсатын һәм принциптарын барыһы ла аңлап бөтмәүен күр-һәтте. Ә был халыҡҡа етештергән ит һәм һөттәрен яҡшыраҡ хаҡҡа һатыу мөмкинлеге бирер ине.