Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
20 Февраль 2019, 16:06

Районда 22 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән

Ауыл хужалығы һәм торлаҡ секторының 2018 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Ауыл хужалығы

Район территорияһында 8 яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәт, 1 ауыл хужалығы кооперативы, 100-ҙән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы, 2 шәхси эшҡыуар, 5 ҡулланыу-сылар кооперативы, 9 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Улар 2018 йылда 1587,6 млн һумлыҡ продукция етештергән. 526,9 млн һумға үҫемлекселек продукцияһы үҫтереп алынған, был 2017 йыл кимәленән 19,5 процентҡа күберәк. Малсылыҡ продукцияһы 1044,2 млн һумлыҡ етештерелгән, алдағы йыл кимәленән 1,6 процентҡа күберәк.

Район ауыл хужалығы предприятиелары эшселәренең исемлек буйынса уртаса һаны бер йылда 18,2 процентҡа кәмегән һәм 229 кеше тәшкил итте. Ауыл ерендә эшләү абруйын юғалта һәм хеҙмәт хаҡы аҙ түләнгәндәрҙән һанала. Был йүнәлештә күрелгән саралар аҙ һөҙөмтә бирә. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡтарҙа хеҙмәт хаҡы күтәрелеүҙең ыңғай тенденцияһы күҙәтелә. Айлыҡ эш хаҡы 14382 һум тәшкил итә (10,5 процентҡа күберәк).

Иген йыйыу гектарынан 13,7 центнер уртаса уңыш күрһәткесендә бункерҙағы ауырлыҡта 31221 тонна тәшкил итте. “Йондоҙ” ЯСЙ-һы (17,5 ц/га) һәм “Зиалетдинов А. М.” КФХ-һы (17,1 ц/га) иң юғары уңыш алды.

17,553 мең тонна сенаж әҙерләнгән (уҙған йыл кимәленә ҡарата 103,3%). Бер шартлы баш малға – 28,2 ц. Тулайым һауым – 22800 т (103,4%).
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

республика һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа 5 км түшәм ремонтланды. Улар-ҙы тейешле кимәлдә тотоуға һәм ремонтлауға 48,5 млн һум йүнәлтелде.

2018 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсеү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу буйынса программаның тәүге этабы ғәмәлгә ашырылды. 21 күп фатирлы йортта 378 фатир айырым йылытыуға күсерелде, өс фатирлы өйҙәрҙә 93 фатир ҡаҙанлыҡтан йылытыла. “Ромашка”, “Башаҡҡай” балалар баҡсалары өсөн ике блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөлдө.

Ғинуарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы тәртибе ғәмәлгә инде. Әлеге ваҡытта сүпте ауылдар буйлап тоҡтарҙа йыялар. Был эште һөҙөмтәлерәк итеү өсөн контейнерҙар ҡуйып сығыр-ға кәрәк. 700-ҙән ашыу контейнер менән 270 майҙансыҡ ҡуйыу өсөн 25 млн һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ.

Уҙған йылда торлаҡты фай-ҙаланыуға тапшырыу буйынса план үтәлде һәм 7705 кв. м тәшкил итте. Бөгөн төҙөлөшкә рөхсәт алыу срогы 7 эш көнөнән артмай.

Районда йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында 501 кеше теркәлгән. 2018 йылда етем балалар өсөн 14 торлаҡ бина бирелгән. Күп балалы ғаиләләргә 17 ер участкаһы бүленгән.

Яңы Мөслим һәм Октябрьск ауылдарында яңы модулле ФАП-тар төҙөлдө. Көньяҡ микрорайонында 4,8 км һыу селтәре һалынды, район үҙәгенең Көнсығыш микрорайонында газ үткәреү буйынса проект ғәмәлгә ашырылды.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсалары төҙөү һәм Ҡорғатта күпер һалыу буйынса эштәр башланған.