Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
7 Февраль 2019, 16:05

Йомғаҡ яһанылар, пландар менән уртаҡлаштылар

Район мәҙәниәт һарайында сәнғәт әһелдәренең 2018 йылдағы эш йомғаҡтары һәм 2019 йылға төп йүнәлештәр буйынса кәңәшмәләре булды.

Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова асты, ул кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, шулай уҡ осрашыуға саҡырылған ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Ҡотлау өсөн иң беренсе һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға бирелде. Ул был тармаҡтың район өсөн дә, ауылдар өсөн дә мөһим булыуын билдәләне. “Бында үҙ тармағының ысын белгестәре, ижади кешеләр эшләй. Уларҙың көндәлек хеҙмәте хаҡлы рәүештә рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ”, – тине ул.

Шунан һүҙ район мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламовҡа бирелде. Ул район мәҙәниәтенең 2019 йылдағы төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Ә был гранттар алыуға конкурстарҙа ҡатнашыу, әһәмиәтле саралар ойоштороп уҙғарыу ҙа; мәҙәниәт учреждениелары биналарын төҙөкләндереү һәм ремонтлау, кәрәкле ҡорамалдар һәм инструменттар һатып алыу ҙа. Әлбиттә, проблемалар ҙа билдәләнмәй ҡалманы. “Район махсус белемле йәш, заманса кадрҙарға, музыканттарға, үҙешмәкәр коллективтар етәкселәренә ҙур ҡытлыҡ кисерә. Мәҙәниәт объекттары матди-техник базаһының насар булыуы төп проблемаларҙың береһе булып ҡала бирә. Күп кенә муниципаль мәҙәниәт учреждениелары ныҡ туҙған биналарҙа урынлашҡан, торошо буйынса иҫкергән йыһаздарҙы файҙалана. Мәҙәниәт объекттарының ҡәнәғәтләнерлек торошта булмауы халыҡтың әлеге хеҙмәттәрҙе алыуға ҡыҙыҡһыныуын кәметә. Бөгөнгә 23 бина капиталь ремонт талап итә, туҙғанлыҡ 60% тәшкил итә. Был биналарға капиталь ремонт төҙөгән йылдарынан бирле яһалмаған”, – тине Радик Шәрифйән улы.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәнифйән Әхмәтйәнов йыйылғандар менән һөйләшеү барышында булған етешһеҙлектәргә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтте.

Артабан директорҙар: райондың үҙәк китапханаһы – Светлана Ғәлимова, Балалар сән-ғәт мәктәбе – Лариса Фәрхетдинова, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – Нәзирә Әхкәмова һәм “Урал” телестудияһы – Гүзәлиә Әхмәтйәнова үҙҙәренең ҡаҙаныштары һәм проблемалары менән уртаҡлашты. Мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Лариса Худякова 2019 йылда мәҙәни-ял учреждениелары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы.

Кәңәшмәлә шулай уҡ 2018 йылғы эш йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы ла булды.

Үҙәкләштерелгән клуб сис-темалары араһында:

I урын – Яуыш (етәксеһе Лилиә Солтанова);

II – Теләш (Ринат Тәҡиуллин);

III – Яңы Мишәр (Эльвира Латипова) һәм Кесе Ыҡтамаҡ (Мария Паситова).

Ауыл клубтары араһында:

I урын – Һөләймән клубы (Нурзидә Ханнанова);

II – Әжекәй клубы (Илүзә Әсбапова);

III – Ишәле клубы (Резеда Ғәлимова) һәм Буртаковка клубы (Наталья Меркурьева).

Ләмәҙтамаҡ китапханаһы (етәксеһе Илгизә Лоҡманова) “Иң яҡшы китапхана” дипломы менән бүләкләнде.

Мәҙәниәт бүлегенең почет грамоталары менән билдәләнделәр: район мәҙәниәт йортоноң “Илһам” халыҡ театр коллективы етәксеһе Эльвира Ғайсина (һүрәттә), китапханасылар Гөлназ Әхмәтханова һәм Гүзәл Хәйретдинова, Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары Гөлнара Һаҙыева һәм Рәғиҙә Сәхәүетдинова, “Урал” телестудияһы операторы монтажсыһы Илгиз Зиятдинов, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова.