Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
7 Февраль 2019, 12:06

Мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелә

Муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Район етәксеһенә һорауҙары менән барлығы ете кеше килде. Уларҙың мөрәжәғәт итеү даирәһе төрлө: кемдер үҙенең шәхсән проблемаһын хәл итеүҙә ярҙам көтһә, икенселәр йәмәғәт эше менән йөрөй.

Ауыл табип амбулаторияһында тәүлек әйләнәһенә стационарҙың эшләүен тергеҙеү тураһында мәсьәлә менән ауыл биләмәһе пенсионерҙары исеменән ветерандар советы рәйесе Дим Ишбулатов мөрәжәғәт итте. Ул шулай уҡ халыҡтың башлыса Мәсәғүт поликлиникаһына йөрөүҙәрен билдәләне, сөнки ул район дауаханаһынан күпкә яҡыныраҡ урынлашҡан. Әммә унда күрше район кешеләрен ҡабул итергә ашыҡмайҙар.

Граждандарҙың мөрәжәғәттәре араһында Дыуан-Мәсетле һәм Йыланыш ауылдарындағы яңы урамдарға газ үткәреүгә, Ғүмәр ауылы эргәһендә Әй йылғаһы ярын нығытыуға, көтөүлектәргә, Туҡбай ауылында магазин асыуға бәйле һорауҙар яңғыраны.

Әнис Ҡасим улы һәр кемде иғтибарлап тыңланы, ентекле яуап бирҙе, аңлатты. “Барлыҡ һорауҙарҙы ла граждандар йыйылышына тиклем тикшерербеҙ һәм уларҙы хәл итеү юлдарын халыҡ менән бергәләп уйларбыҙ”, – тине ул.

Артабан Әнис Әсәҙуллин Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мәғәмүр Ханнанов менән берлектә ауылдағы социаль әһәмиәткә эйә объектҡа – мәктәпкә барҙы. Белем биреү учреждениеһы директоры Анфиса Ғәйнетдинова менән аралашыу барышында мәктәпте “Урындағы башланғыс-тарҙы хуплау” программаһы ярҙамында ремонтлау мөмкинлеге тикшерелде. Ошо программа аша күп кенә эштәр башҡарылған да инде. Быйыл халыҡтың күпселек тауыш биреүе менән шулай уҡ мәктәпте ремонтлау һайланды. Был юлы электр үткәргестәрҙе, кабинеттар ишектәрен һәм икенсе ҡатта иҙәнде алмаштырырға теләйҙәр. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендәге мөһим мәсьәләләр ҡаралды, шул иҫәптән биш көнлөк уҡыуға күсеү.