Кәңәшмә эшендә муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, район Советы депутаттары, социаль учреждениелар етәкселәре, РФ МВД-һының БР Мәсетле районы буйынса вәкилдәре, район хакимиәтенең бүлек начальниктары, социаль блок белгестәре, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. 2018 йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары менән Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы Гөлнара Бикташева, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Эдуард Бәҙретдинов, полицияның участка уполномоченныйҙары һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Вадим Хәбибуллин, “Мәсетле тормошо” гәзите мөхәррире Эльвира Баһауетдинова, “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бүлексәһе мөдире Гөлназ Миндиәрова, “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгенең социаль эш буйынса белгесе Лариса Миңлебаева, опека һәм попечителлек органы баш белгесе Регина Ғайсина, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Артур Сафин һәм йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова сығыш яһаны.
Сығыш яһаусылар, алдағы йыл менән сағыштырып, 2018 йылдың тәғәйен статистик мәғлүмәттәрен килтереп социаль өлкәнең бөтә йүнәлештәре буйынса эштәр торошона тулы характеристика бирҙе.
Сығыштарҙа социаль етем-лек, балиғ булмағандар тарафынан ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡтың социаль яҡланғанлығы мәсьәләләренә, хәл итергә кәрәкле проблемалар-ға һәм 2019 йылға пландарға айырым иғтибар бүленде.
Мәсетле районы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары менән Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Альберт Нурмөхәмәтов сығыш яһаны. Ул демографик хәл-торош: тыуым, эшкә һәләтле халыҡтың үлеме һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм башҡа сирҙәрҙән үлем тураһында статистик мәғлүмәт килтер-ҙе, Мәсетле районының һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенә дөйөм баһа бирҙе.
Медицина учреждениелары бөгөн үҙ эшмәкәрлектәренең нәтижәлелеген анализлауға күп иғтибар бүлә һәм, әлбиттә, медицина учреждениеларының кадрҙар менән комплектланыуына 2019 йылда юғары иғтибар бүленәсәк, шунһыҙ үрҙә һанап үтелгән бурыстарҙы үтәү мөмкин түгел. Районда Яңы Мөслим һәм Октя- брьск ауылдарында модулле ФАП-тар асылыуы күңелле мәлдәр булды. Ә тиҙ ярҙам бүлексәһенең автомобилдәр паркы тулыланыуы – ашығыс медицина ярҙамының сифатын һәм һәр кем ала алырлыҡ булыуын, оперативлығын арттырыу юлында мөһим аҙым. Яҡын арала ихтирамлы регистратура асыу планлаштырыла.
Тармаҡ кәңәшмәләре уңышлы һәм конструктив үтте. Йомғаҡтар яһалды, бурыстар ишеттерелде. Артабанғы һөҙөмтәләр һәр кемебеҙҙең урындарҙағы сифатлы эшенә бәйле буласаҡ.