Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
25 Ғинуар 2019, 14:03

Граждандар мөрәжәғәттәрен үтәү буйынса кәңәшмә

Ауыл биләмәләрендә граждандар йыйылыштары ваҡытында килгән һорауҙарҙың үтәлешен тикшереү

Райондың ауыл биләмәләре граждандары йыйылыштарын уҙғарыу яҡшы традицияға әйләнде. Урындағы власть өсөн ул нәтижәле эш һәм йәмәғәт фекере күр-һәткесе булып тора. Граждандар сходтарында муниципаль район башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары, бүлектәр начальниктары һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнаша. Ауыл биләмәләре башлыҡтары башҡарылған эштәр тураһында отчет бирә, йөкләмәләр һәм наказдар ҡабул итә. Уларҙы үтәү өсөн яуап-лы кешеләрҙе һәм тәғәйен сроктарҙы күрһәтеп ентекле план төҙөлә.

21 ғинуарҙа хакимиәттең ултырыштар залында район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин граждандар мөрәжәғәттәрен үтәү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда 2018 йылда Мәсетле районы ауыл биләмәләрендә граждандар сходтары ваҡытында килгән һорауҙар буйынса саралар планының үтәлеү барышы тағы ла бер тапҡыр тикшерелде. Әнис Ҡасим улы йөкләмәләрҙең күпселегенең үтәлеүен билдәләне. Ләкин ҡайһы берҙәре, маҡсатҡа ярашлы булмау менән бәйле, кире ҡағылды. Шундай мөрәжәғәттәр бар, уларҙы үтәү билдәле бер ваҡыт, көс һәм финанс сығымдары талап итә. Әммә һәр осраҡта ла билдәләнгән бөтә һорауҙар- ға яуаплы ҡарау ҡағиҙәһе үтәлә.