Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Апрель 2018, 17:51

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр ярышты (спорт)

Район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында Урындағы үҙидара көнөнә арнал-ған физкультура-спорт саралары 19 апрелдә район мәҙәниәт йортоноң спорт залында үтте.



Һөнәри байрамдары менән Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡотланы һәм ныҡлы һаулыҡ, һөнәри үрҙәр, оптимизм һәм кешеләргә хеҙмәт итеүҙәрендә ҙур уңыштар теләне.

Район хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса баш белгесе Артур Сафин Л. Асҡароваға, Р. Ғәлимовҡа, А. Ҡәләмовҡа, Р. Кәримовҡа “Хеҙмәт һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының көмөш отличие билдәләрен һәм И. Ғималовҡа, Р. Зәлиловаға, Г. Саҙиҡоваға бронза отличие билдәләрен тапшырҙы.

Муниципаль район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов залдағыларҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергәндәре, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектәре өсөн Ростов ауыл Советы башлығы Ф. Әхмәтшин-ға, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советының эштәр менән идара итеүсеһе М. Вавиловаға, Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы депутаты, Һөләймән ауылы старостаһы Ф. Зәйнетдиновҡа “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһының почет грамоталарын, Ләмәҙтамаҡ ауыл Советының эштәр менән идара итеүсеһе И. Әхмәҙуллинаға муниципаль район Советының Почет грамотаһын һәм Дыуан-Мәсетле ауыл Советы башлығы М. Ханнановҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Алты команда кәрзингә туп ырғытыуҙа, дартста, ирҙәр араһында 15 килограмлыҡ гер күтәреүҙә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында һығылмалылыҡҡа тестта, урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙә, арҡала ятып кәүҙәне күтәреүҙә ярышты.

Шулай итеп, ярыштарҙа I урынды “Лидер” (Абдулла, Оло Аҡа һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл советтары), II – “Экстремалдар” (район хакимиәте), III – “Әй” (район хакимиәте), IV – (Мәсяуыштамаҡ – Дыуан-Мәсетле, Яңы Яуыш һәм Ләмәҙтамаҡ ауыл советтары), V – “Төньяҡтар” (Ҡорғат, Ростов, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советтары), VI – “МАЙ” (Яңы Мишәр, Айып һәм Йонос ауылдары) командалары алды.

Ярышта еңеүсе командалар һәм призерҙар район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге грамоталары, кубоктары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.