Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
15 Февраль 2018, 17:33

Халыҡ үҙ фекерен еткерҙе

Яңы Мишәр ауыл биләмәһеУрындағы хакимиәт етәкселәре һәм белгестәре, мәҙәниәт, мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ошо ауыл Советы территорияһында урынлашҡан “Йондоҙ” йәмғиәте директоры берҙәм команда булып эшләй, тигән фекер тыуҙы йыйылыш башында уҡ.


Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә һорауҙар күп булды.



Ауыл биләмәһе башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров сығышында билдәләүенсә, ауылдаштарының йәшәйешен тәьмин итеү мәсьәләләрендә бөтә дүрт ауыл старостаһына ла ныҡлы таянырға була, ауыл Советы депутаттары хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙы беренсе булып күтәреп сыға. Халыҡ ер биреү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре, социаль характерҙағы башҡа проб- лемалар менән ауыл етәксеһенә мөрәжәғәт итә.

Берәҙәк малдар күп кенә ауылдар өсөн ҙур проблема булып тора. Ләкин Яңы Мишәрҙә сәсеүлектәрҙе йәмәғәт малдарынан тапатыуға юл ҡуйылмай. “Йондоҙ” хужалығы етәксеһе Юрис Латыповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йорт хайуандарының сәсеүлектәрҙе тапамауы халыҡ был мәсьәләгә аңлап ҡарай, тигән һүҙ түгел, барыһы ла хужалыҡтың баҫыу белгесе тырышлығы арҡаһында ирешелә. Район Советы депутаты булараҡ, Юрис Хәйҙәр улын күп кенә проблемалар борсой: Көршәлелә тотош бер урам халҡы газ үткәреүгә мохтаж; Көршәле йылғаһы йәшәлгән өй урын- лашҡан ярҙы йыуа, ике-өс йылдан был йорт хужаһының торлаҡһыҙ ҡалыуы ихтимал; ҡайһы бер пай ерҙәре буш ята һәм уларҙы ағастар баҫа башлаған. Газ үтмәгән урамда интернеттың да булмау мәсьәләһен көршәлеләр күтәреп алды.

Халыҡ йыйылыш ваҡытында үҙ тәҡдимдәрен әүҙем индерҙе. Район үҙәгенә тиклем булған алама юл халыҡҡа байтаҡ мәшәҡәттәр һәм күңел-һеҙлектәр тыуҙыра. Пенсия йәшендәге ир бына инде тиҫтәләрсә йыл буйы хәл ителмәгән проблеманан сығыу юлын күрһәтеп бирҙе. “Оло Ыҡтамаҡтан беҙҙең ауылға тиклем 40 километрға һуҙылған тура юлды асфальт менән ҡаплай алырһығыҙмы икән?! Беҙҙән Ғүмәр ауылы күперенә тиклемге юлға асфальт йәйергә мөмкин, ә унда инде, беҙ күпер аша Дыуан-Мәсетлегә сығасаҡбыҙ һәм район үҙәгенә федераль трасса буйлап барып етәсәкбеҙ”, – тине ул.

Район етәкселәренә бирелгән күпселек һорауҙар һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылды, ҡайһы бер кешеләр-ҙе мәғариф, ветеринария мәсьәләләре борсоно. Йәштәр вәкиле йәштәр үҙ ерендә ҡала алһын өсөн, өй һалырға ерҙе бушлай биреү кәрәклеге тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе.


Йонос ауыл биләмәһе

Отчет осоронда Йонос ауыл биләмәһендә яҡшы ваҡиға булған – инвесторҙар килгән. Ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин хәҙер ауыл хужалығы ерҙәренең буш ятмаясағына ныҡлы ышана. Быйылға ауыл хакимиәте пландарында – Тайыш ауылына тиклемге юлды ремонтлау, закон талап иткәнсә ауыл эстәрендә юл билдәләре урынлаштырыу, шулай уҡ Йонос ауылындағы күперҙе ремонтларға кәрәк. Айып һәм Йонос ауылдары араһына газ үткәргес һалыу башланғыс этапта – проект буйынса тәүге баҫҡысты үткәндәр. Яр нығытыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн февралдә эксперттар киләсәк, тикшергәндән һуң улар үҙ ҡарарҙарын сығарасаҡ.

Халыҡ хаҡлы рәүештә үҙҙәренә бирелгән мөмкинлектән файҙаланып, үҙ проблемаларын әйтеп ишеттерҙе. Әбдрәхимдә таҙа һауа өсөн көрәш бара – ҡайһы бер граждандар һалам яндыра, шул арҡала бөтә ауылды төтөн баҫа һәм тын алыуы ауырлаша.

Ауылды күтәреү өсөн староста- ларҙы йәлеп итеп, күмәкләшеп, берлектә эшләргә кәрәк. Халыҡ проблемаларын хәл иткәндә урындағы депутаттар ситтә ҡалырға тейеш түгел, ә ауыл биләмәһе эшенә булышлыҡ итергә бурыслы – бына шундай һүҙҙәр яңғыраны йыйылыш һуңында Тайыш ауылы старостаһы Рәсүл Әбүбәкиров ауыҙынан. Дөрөҫ һүҙгә бәхәс юҡ.


Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе

Кесеыҡтамаҡтар Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдары участкаларындағы юлдарҙы ремонтлау мәсьәләһен күтәрҙе. Кесе Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк юлы буйлап тротуар йә “лежачий полицейскийҙар” яһау, Кесе Ыҡтамаҡ клубын ремонтлау, шулай уҡ йәмәғәт транспорты хәрәкәтен, Түбәнге Бобин ауылының яңы төҙөлөштәренә телефон, газ үткәреүҙе ойоштороу кәрәклеген билдәләне. Кесеыҡтамаҡтарҙы шулай уҡ табиптар тарафынан түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтелеү мәсьәләһе борсоно. Һуңғыһын район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин муниципаль район Хакимиәте башлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советына өйрәнергә тәҡдим итте. Шулай уҡ урман массивтарын өйрәнеү һәм урмандарҙы тергеҙеү эштәрен ойоштороу буйынса эш төркөмдәрен булдырырға кәңәш ителде.


Ҡорғат ауыл биләмәһе

Башҡарылған эштәр тураһында чиновниктар отчеттарын тыңлап, кешеләр әүҙем һорауҙар бирә башланы. Бигерәк тә ныҡ борсоған проблема – ул быуа мәсьәләһе ине. Урындағы халыҡ быуаның уларға йәшәү өсөн үтә лә кәрәкле булыуын белдерҙе, сөнки һыу менән йыш ҡына проблемалар тыуып тора. Яуап итеп әлеге ваҡытта күпер төҙөү проекты буйынса экспертиза үткәрелгән, тинеләр. Был бер көндә генә хәл ителә торған проблема түгел, уның өсөн ваҡыт һәм финанстар кәрәк.

Шулай уҡ ҡорғаттар баҙарҙы үҙҙәре етештергән юғары сифатлы продукция менән тәьмин итергә әҙер. Тик бөгөн уларҙың уны һатырға мөмкинселектәре юҡ. Шуға күрә ҡор-ғаттар етештереүҙәр контораһын тергеҙергә тәҡдим итте.


Зөһрә ҒӘНИЕВА,

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА

әҙерләнеләр.