Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
11 Ғинуар 2018, 16:50

Яңы йыл яңы тәҙрәләр менән

Заманса яңы тәҙрәләр беҙҙең тор-мошҡа ныҡлап үтеп инде. Улар беҙҙең талаптарға яуап бирә: уңайлы, йылы, яҡты. Яңы тәҙрәләр ҡуйыу менән бинаның тышҡы яғы ла матурыраҡ, күркәмерәк булып китә. Ләмәҙтамаҡ мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары өсөн был күп йылдар дауамында хыял ғына ине. Ләкин хыялдар тормошҡа аша, бигерәк тә Яңы йыл алдынан.

Ләмәҙтамаҡ белем биреү учреждениеһында Яңы 2018 йылды уҡытыусылар һәм уҡыусылар яңы тәҙрәләр менән ҡаршыланы. Быларҙың барыһы ла урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Дөрөҫөрәге, граждандар һәм халыҡҡа урындағы мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биргән дәүләт ярҙамында.

Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары халҡы мәктәптә тәҙрәләрҙе алмаштырырға тигән бер фекергә килде. Бындай мөмкинлекте ысҡындырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Проект хаҡын 1 млн 448 мең һумға баһаланылар. Тендер үткәргәндән һуң, Ҡыйғы районынан шәхси эшҡыуар Гүзәлиә Әхмәтйәнованың бригадаһы 807500 һумға тәҙрәләр ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә балалар баҡсаһының ике бүлмәһендә һәм мәктәптең 14 кабинетында 50 тәҙрә алмаштырылды. Ҡалған аҡсаға тағы ла биш тәҙрә ҡуйҙылар.

Хәҙер Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡыусылары яҡты кабинеттарҙа шөғөлләнәсәк. Ә иң мөһиме – һыуыҡтарҙа тәҙрәнән өрмәй һәм хәүеф юҡ.

Ҡәҙерле ауылдаштар, сығарылыш уҡыусылары, хөрмәтле ветерандар, коллегалар, был хыял һеҙҙең ярҙамдан тыш тормошҡа аша алмаҫ ине.

Гөлназ ЙӘНТҮРИНА,

Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡытыусыһы.