Бөтә яңылыҡтар

Проектты бер тауыштан хупланылар

Урындағы башланғыстарға ярҙам проекты халыҡҡа ауылдарындағы көнүҙәк проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирә. Яңы Яуыш ауыл биләмәһе халҡы йыл һайын “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнаша.

Проектты бер тауыштан хупланылар
Проектты бер тауыштан хупланылар

30 ноябрҙә Яңы Яуыш клубы бинаһында 2026 йылға “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса халыҡтың йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.
Халыҡ бер тауыштан ыңғай тауыш бирҙе, бергәләп “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы филиалы Яңы Яуыш урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһының инеү төркөмөн капиталь ремонтлау, нигеҙен йөҙләү, нигеҙе буйлап һыу үткәрмәй торған япма һалыу” проектын тормошҡа ашырырға хәл итте.
– Халыҡ, бағыусылар һәм ауыл биләмәһе яғынан берлектә финанслау кимәле билдәләнде. Инициатива төркөмөн һайланыҡ һәм сауҙа үткәрелгәндән һуң тороп ҡалған аҡсаны файҙаланыу мәсьәләһен хәл иттек. Өҫтөнлөклө бурыс һайланды. Ә уйлағандарыбыҙ тормошҡа ашһын өсөн бергәләп көс һалырға кәрәк! Ауылдаштарға йыйылышта ҡатнаш-ҡандары һәм проектҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт! – тине Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәт- йәнов.

Автор: