Мәсетле тормошо
+9 °С
Облачно

Ветерандарға хөрмәт йөҙөнән

Борғатья ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабалары иҫтәлегенә һәйкәл асты. Был “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһын ғәмәлгә ашырыу һәм урындағы халыҡтың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ветерандарға  хөрмәт йөҙөнәнВетерандарға  хөрмәт йөҙөнән
Ветерандарға хөрмәт йөҙөнән

Һәйкәлдең мәрмәр плитаһында фронтта һәләк булған 54 борғатьялының һәм Еңеү менән ҡайтҡан 52 ветерандың исемдәре яҙылған.
Мемориалды асыу бөтә ауыл өсөн мөһим ваҡиғаға әйләнде. Был – ҡыйыу һәм батыр геройҙарға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәштәр өсөн илһөйәрлек дәресе лә. Ата-бабаларыбыҙ ҙур сыҙамлылыҡ, батырлыҡ күрһәткән. Беҙ үткәндәрҙе, юғалтыуҙар һәм ғазаптар тураһында иҫтә тоторға тейеш.

Автор: