Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе халҡы программа ғәмәлдә булған туғыҙ йыл дауамында аҡсалата һәм үҙ көстәре менән ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, 2016, 2023 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ ауылы зыяраты кәртәләнде һәм төҙөкләндерелде; 2017, 2020 йылдарҙа, тәҙрәләрҙе алмаштырып, Ләмәҙтамаҡ мәктәбе бинаһы ремонтланды; 2018, 2019 йылдарҙа Һөләймән һәм Һабанаҡ ауылдарында балалар майҙансығы ҡуйылды; 2024 йылда Һөләймән ауылы клубы өсөн музыка ҡорамалы һатып алынды. Быйыл планда – Ләмәҙтамаҡ ауылы клубы өсөн музыка ҡорамалы һатып алыу.
Йыйылыш барышында билдәләнеүенсә, был программа ауыл халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирә. Йыл һайын халыҡ ауыл өсөн әһәмиәтле мәсьәләләрҙе әүҙем күтәрә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Киләһе йылға “Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылы урамдарын яҡтыртыу системаһын ремонтлау” проекты тәҡдим ителде.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыуҙы хуплап, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре мәҙәни-ял саралары уҙғара. Йыл аҙағына тиклем халыҡ араһында бер нисә сара үткәреү, көнүҙәк проблеманы билдәләү өсөн халыҡ араһында фекерҙәрен белешеү һәм Һөләймәндә йомғаҡлау йыйылышын уҙғарыу күҙаллана.