Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңымөслимдәр: “Ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәтләү – беҙҙең бурыс”

31 ғинуарҙа Яңы Мөслим ауылында 2024 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыу өсөн проект һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

Яңымөслимдәр: “Ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәтләү – беҙҙең бурыс”
Яңымөслимдәр: “Ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәтләү – беҙҙең бурыс”

Халыҡ “Яңы Мөслим ауылы зыяратын кәртәләү өсөн төҙөлөш материалы һатып алыу” проектына өҫтөнлөк бирҙе.
Яңымөслимдәрҙең фекеренсә, зыяраттың ниндәй хәлдә булыуына ҡарап, халыҡтың әхлаҡи һәм мәҙәни кимәле тураһында фекер йөрөтәләр.
Һуңынан иң әүҙем һәм яуаплы ауылдаштар араһынан инициатив төркөм һайланды. Артабан улар халыҡтан, бағыусыларҙан, яҡташтарынан аҡса йыйыуҙы ойошторасаҡ, башҡарылған эштәрҙең барышын һәм сифатын контролдә тотасаҡ, эштәр тамамланғандан һуң объектты ҡабул итәсәк. Инициатив төркөмдө Булат Абзанов етәкләй.
Ләйсән АБЗАНОВА әҙерләне.

Яңымөслимдәр: “Ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәтләү – беҙҙең бурыс”
Яңымөслимдәр: “Ата-бабалар иҫтәлеген хөрмәтләү – беҙҙең бурыс”
Автор: