Бөтә яңылыҡтар

Мәләкәҫтәр – һәйкәлде яңыртыу өсөн

Мәләкәҫ ауылында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

Мәләкәҫтәр – һәйкәлде яңыртыу өсөн
Мәләкәҫтәр – һәйкәлде яңыртыу өсөн

Халыҡ бер тауыштан был программала ҡатнашырға ҡарар итте һәм иң мөһим бурыс итеп Мәләкәҫ ауылында 1941 – 1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәлде яңыртыуҙы билдәләне.
– Йылдар үтә. Еңеүҙе бүләк иткән ветерандар сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Ә һәйкәлдәр һуғыш яланында һәләк булған атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығы, илебеҙ һалдаттарының ерҙәге тыныслыҡ хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан итеүҙәре тураһында беҙгә хәтерләтеп тора. “Бер кем дә онотолмаған, бер нәмә лә онотолмай” тигән һүҙҙәр
бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Хәҙерге һуғыш ветерандарына хөрмәт күрһәтергә, шул уҡ ваҡытта яу яланында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға кәрәк, – ти Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов.
Йыйылыш барышында ун кешенән торған инициатив төркөм раҫланды. Уның рәйесе итеп Зөлхизә Ғәләүева тәғәйенләнде.
– Был проект етәрлек балл йыйыр һәм беҙ республика бюджетынан субсидия алырбыҙ тип ышанабыҙ, – ти мәләкәҫтәр.

Мәләкәҫтәр – һәйкәлде яңыртыу өсөн
Мәләкәҫтәр – һәйкәлде яңыртыу өсөн
Автор: