Бөтә яңылыҡтар

Изге ниәт менән сығыш яһанылар

Мәсетле районы ауыл биләмәләре йыл һайын “Урындағы башланғыстарға яр-ҙам” программаһында ҡатнаша.

Изге ниәт менән сығыш яһанылар
Изге ниәт менән сығыш яһанылар

Был программа – ул халыҡтың инициативаһын бюджетлау практикаһы. Уның нигеҙендә граждандарҙы урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә туранан-тура йәлеп итеү, бюджеттан бүленгән средстволарҙы тотоноуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү, һайлап алынған проектты ғәмәлгә ашырыуҙы артабан контролдә тотоу ята. Был маҡсатҡа республика субсидия бүлә (ауылға – 1 миллион һумға тиклем). Ул конкурста еңеүсе торама пункттарға бирелә. Ҡушылып финанслау өс сығанаҡтан тәьмин ителә: граждандар, юридик берәмектәр
(бағыусылар) һәм урындағы бюджет. Проблеманы билдәләү һәм программаны һайлау буйынса йыйылышта халыҡ күберәк ҡатнашһа, конкурс заявкаһының еңеү ихтималлығы ла арта.
Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарға ярҙам-2024” проекты буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы. Халыҡ бер тауыштан был программала ҡатнашырға ҡарар итте һәм Ясин ауылындағы зыярат территорияһын кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыуҙы иң мөһим бурыс тип билдәләне.
Сара барышында инициатив төркөм һайланды. Уның составына ауыл биләмәһе яҙмышына битараф булмаған, эште ойоштора һәм халыҡҡа проектты бойомға ашырыу барышы тураһында мәғлүмәт еткерә белгән, хәлде объектив баһалай алған әүҙем ауылдаштар инде.

Автор: