Ауылда үҫеп килгән быуын өсөн бөтә кәрәкле инфраструктура бар: мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана. Балаларға буш ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн заманса балалар майҙансығы ғына етмәй ине. Шуға күрә йыйылышта халыҡ бер тауыштан балалар майҙансығын төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе.
Рәйес итеп Айнур Хафизов һайланды, инициатив төркөм составына Гөлфирә Хәлилова, Әлиә Бәҙретдинова, Фәниә Камалова, Мәрйәм Ғәлимова инде. Улар ауыл халҡынан һәм бағыусыларҙан 24000 һум аҡса йыйҙы, республика һәм муниципаль бюджеттан 181000 һумлыҡ ярҙам алды.
* * *
Ошондай уҡ балалар майҙансығын Әбдрәхим ауылы халҡы ла көтөп алды. Уны “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы ярҙамында ҡуйҙылар.
Ауылда йәшәүселәр әйтеүенсә, майҙансыҡ күптән көтөлгән һәм бик кәрәкле, сөнки ауылда балалы йәш ғаиләләр күп. Айырыуса байрам көндәре һәм каникулдарҙа, ауыл халҡының ейәндәре һәм бүләләре ҡунаҡҡа килгәндә, уйын объекттарына ихтыяж ҙур.
Әбдрәхимдәр үҙҙәренең дөйөм маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн инициатив төркөм төҙөнө. Уның составына Рита Нуретдинова, Эльвира Шараева, Гөлфиә Фәтҡуллина, Гөлзәминә Ғилметдинова, Зөлфиә Ғәйфуллина, Зифа Фәтҡуллина, Ришат Ғилметдинов, Оксана Нуриева, Лариса Ғәүнетдинова инде, рәйес итеп Сәриә Таһирова тәғәйенләнде.
Проектты тормошҡа ашырыуға 520000 һум аҡса тотонолған, шуларҙың 384800 һумы республика бюджетынан, 58200 һумы муниципаль бюджеттан алынған, халыҡ 38517 һум аҡса йыйған, шул уҡ сумманы бағыусылар биргән.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Мәсетле районының был ауылында балалар өсөн хәүефһеҙ уйын урыны булдырылған. Унда яңы матур бәүелсәк, хәүефһеҙ тау, төрлө турниктар һәм башҡа уйын ҡорамалдары барлыҡҡа килгән.
Ләйсән АБЗАНОВА.