Быйыл йыйылышта тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса Бурансы ауылы зыяратын ремонтлау һәм ҡоймалау өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп һайланды.
Граждандар йыйылышында ауыл халҡынан һәм бағыусыларҙан иғәнә күләме билдәләнде. Артабан иң әүҙем һәм яуаплы ауылдаштар араһынан Лидия Саҙиҡова, Зәлифә Шәйәхмәтова, Фәнүзә Исламова һәм Лилиә Ханнанованан торған инициатив төркөм һайланды. Төркөм рәйесе итеп ауыл старостаһы Зөфәр Минһажев тәғәйенләнде. Улар халыҡтан, бағыусыларҙан, яҡташтарынан аҡса йыйыуҙы, башҡарылған эштәр барышын һәм сифатын контролдә тотоуҙы ойошторҙо.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса ауыл халҡы республика бюджетынан 500000 һум аҡса алды, муниципаль бюджеттан 65000 һум бүленде, халыҡ 50000 һум йыйҙы, бағыусылар ҙа шунса аҡса бүлде.
Зыярат ҡоймаһын яңыртыу өмәһенә бөтә ауыл халҡы сыҡты. Алдан эш аныҡланды: кемдер иҫке ҡойманы һүтте, икенселәре торба ҡуйыу өсөн соҡор ҡаҙыны, ҡатын-ҡыҙҙар буятыу менән шөғөлләнде. Бер аҙна эсендә иҫке ҡойма тимер ҡапҡалы яҡшы ҡоймаға алмаштырылды.
Диана АБДРАХМАНОВА.