Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн йыйылышта инициатив төркөм һайланылар. Уның составына Луиза Әхйәмова, Эльза Ғәлимова, Сәриә Саҙиҡова, София Мөхәмәтова, Мәрзиә Хәлилова, Әлфирә Камалова, Ильяна Закирова һәм Мәсҡүҙә Әсбәпова инде. Етәксе итеп Әжекәй ауылы старостаһы Зөлфәр Әсбәпов һайланды.
Улар “Урындағы башланғыстарға ярҙам-2023” программаһында ҡатнашыу өсөн өҫтөнлөклө проект һайлау буйынса ауылдаштары араһында анкета тултырыу үткәрҙе. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса байтаҡ кеше Әжекәй ауылы зыяратын төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыуға өҫтөнлөк бирҙе. Был объект осраҡлы ғына һайланманы: ағас ҡоймаларҙың бер өлөшө серегән, урыны менән йығылған, шуға йәй көнө биләмәгә берәҙәк малдар инеп йөрөгән булған.
Инициатив төркөм һәм уның етәксеһе тырышлығы менән әжекәйҙәр 220000 һум аҡса йыйып, дәүләттән өҫтәмә финанслау рәүешендә ярҙам алды, ул 800000 һум тәшкил итте.
– Инициатив төркөм аҡса йыйыу менән әүҙем шөғөлләнде, – тип һөйләй староста. – Материалдарҙың ныҡ ҡиммәтләнеүе арҡаһында өҫтәмә йыйым иғлан итергә тура килде. Ауылдан ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Уларҙың ярҙамы менән беҙ кәрәкле сумманы йыйып ҡына ҡалманыҡ, ә зыяраттың биләмәһен арттырып, ҙур майҙанды кәртәләнек. Халҡыбыҙҙың ошондай берҙәм булыуына мин бик шатмын.
Әжекәй ауылы халҡы зыяратты өс көн дауамында дөйөм өмәлә кәртәләгән. Бында әжекәйҙәрҙең татыулығын билдәләп үтергә кәрәк: өмәгә 60 – 100 кеше килгән. Ошондай берҙәмлек һөҙөмтәһендә улар бөтә эште тиҙ арала башҡарып сыҡҡан.
Яңы йыйнаҡ ҡойма һәм “Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” яҙыуы менән ҡапҡа – хәстәрлекле граждандар эше һөҙөмтәһе.
Зөлфәр Әсбәпов инициатив төркөмгә һәм өмәлә әүҙем ҡатнашҡан битараф булмаған ауылдаштарына ҙур рәхмәт белдерә.
Ләйсән АБЗАНОВА.