Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Берҙәмлектә – көс!

Мәсетле районында 2016 йылдан “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ул социаль проблемаларҙы оператив асыҡларға һәм һөҙөмтәле хәл итергә мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта халыҡ үҙ теләктәрен әүҙем әйтә, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, шулай уҡ уларҙы финанслауҙа һәм контролдә тотоуҙа ҡатнаша.

Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!

Программаның һөҙөмтәлелеген Теләш ауылы халҡы ла үҙ тәжрибәһендә һынаны. Ауыл халҡы ла, яҡындарын иҫкә алырға ҡайтҡан яҡташтар ҙа зыяраттың торошона бәйле борсола ине. Башҡараһы эштәр күп, зыяратты төҙөкләндереү өсөн 600 мең һум аҡса кәрәк. Уҙған йыл һуңында йыйылышта халыҡ “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм зыярат кәртәһен яңыртыу проектына тауыш бирҙе. Сығымдар сметаһы төҙөлдө, халыҡҡа аҡса йыйыу иғлан ителде. Ауылдың торошона битараф булмаған яҡташтар 100 мең һум аҡса йыйҙы.
Проект конкурс аша үтеп, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә ингәс, республика һәм урындағы бюджеттан 500 мең һум күләмендә ярҙам алды.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 30 июлендәге 30ы һанында уҡығыҙ.

Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!
Берҙәмлектә – көс!
Автор: