Бөтә яңылыҡтар

Мәсьәләләрҙе хәл итеү – халыҡ ҡулында

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе халҡы “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында 2016 йылдан ҡатнаша.

Мәсьәләләрҙе хәл итеү – халыҡ ҡулында
Мәсьәләләрҙе хәл итеү – халыҡ ҡулында

Ошо программа ярҙамында ауыл биләмәһендә бер нисә проблема хәл ителде: Түбәнге Бобин мәктәбенең иҫке тәҙрәләре алмаштырылды, һыу һурҙырыу башняһы яңыртылды, балалар баҡсаһына ремонт яһалды.
Быйыл да халыҡ был программала ҡатнашырға ҡарар итте. 27 ноябрҙә тәүге йыйылыш уҙҙы. Түбәнге Бобин һәм Кесе Ыҡтамаҡ халҡы ауылды үҫтереү өсөн мөһим һәм хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе ҡараны.

Автор: