Бөтә ауыл биләмәләрендә лә хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр оҡшаш: улар урамдарҙы яҡтыртыу, мәҙәниәт йорттары, балалар, спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы ремонтлау, дөйөм ихтыяж өсөн техника һатып алыу һәм башҡа мәсьәләләр менән бәйле.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2016 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул урындағы һәм республика бюджеттары аҡсаларын, шулай уҡ торама пункттарҙың физик, юридик шәхестәренең финанс ресурстарын файҙаланып, социаль кимәлдәге етди проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә. Быйыл ошо маҡсатта республика бюджетынан субсидиялар бүленә (ауылға 1,2 миллион һумға тиклем)...
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2022 йылдың 25 ноябрҙә 47-се һанында уҡығыҙ.