Мәҫәлән, 2016 йылда урындағы ауыл клубында тәҙрәләр яңыртылды, 2017 йылда проект нигеҙендә бүленгән аҡса “Сулпан” балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙе алмаштырыу һәм янғын хәүефһеҙлеге нормаларына ярашлы өс ишек ҡуйыуға йүнәлтелде. 2018 йылда ишектәрҙе алмаштырыу буйынса капиталь ремонт эшләнгән, 2020 йылда ошо уҡ мәктәп биләмәһендә балалар өсөн япма менән уйын май-ҙансығы төҙөлгән.
Быйыл проект буйынса фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ауыл клубы бинаһы күптән көтөлгән һыу менән тәьмин ителде.
“Реаль эштәр” проектының үҙенсәлеге шунда: уны тормошҡа ашырыуҙа урындағы халыҡ әүҙем ҡатнаша.
– Ошо проект ярҙамында ауылдарҙы төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү, мәктәп, балалар баҡсаһы, клубты ремонтлау кеүек байтаҡ мәсьәләләр хәл ителә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында һәм урындағы халыҡ ҡатнашлығында беҙ ауылдарыбыҙҙы тағы ла төҙөкләндерә алырбыҙ, тип ышанам, – ти Ҡорғат ауыл хакимиәте башлығы Илфат Мәүликаев.
* * *
Ә Степной ауылында балалар майҙансығы барлыҡҡа килде
“Реаль эштәр” проекты Степной ауылында балалар-ҙың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Был биләмәлә бәүелсәк, тау һәм ҡом менән йыһазландырылған сағыу, матур майҙансыҡ эшләнеләр.
Майҙансыҡ урындағы балалар өсөн генә түгел, ә йыл һайын башҡа ауыл һәм ҡала- ларҙан өләсәй-олатайҙарына каникулға килгән балаларҙың да яратҡан ял урынына әүереләсәк.
Балалар майҙансығын ойоштороу менән Римат Сибәғәтов шөғөлләнде. Көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән ир-уҙаман- ға халыҡ ихлас эше өсөн рәхмәтле.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.