Бөтә яңылыҡтар

Оло Аҡа ауылы халҡы зыярат ҡоймаһын яңыртырға ниәтләй

“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы – республика ҡаҙнаһы, район бюджетының финанс ресурстарын, халыҡтың һәм юридик берәмектәрҙең аҡсаһын социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлткән, урындағы халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биргән механизм. Шуныһы мөһим: граждандар программала әүҙем ҡатнаша, проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаһын бирә, бөтә көсөн һала, идеялар менән сығыш яһай.

Оло Аҡа ауылы халҡы зыярат ҡоймаһын яңыртырға ниәтләй
Оло Аҡа ауылы халҡы зыярат ҡоймаһын яңыртырға ниәтләй

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү һөҙөмтәһендә Оло Аҡа ауыл биләмәһендә 2016-2021 йылдарҙа урамдар яҡтыртылған, юл ремонтланған, мәктәп бинаһында тәҙрә, ишектәр алмаштырылған, һыу үткәргес селтәре ремонтланған, Урта Аҡа ауылында зыярат төҙөкләндерелгән. Алты йылда дөйөм 5705979 һумлыҡ алты проект тормошҡа ашырылған, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан 4096935 һумлыҡ субсидия бүленгән, урындағы бюджеттан 619649 һум күсерелгән, халыҡ 499806 һум ҡушып финанслаған, бағыусылар 489589 һум ярҙам күрһәткән.
Инициатива төркөмөнөң, Оло Аҡа ауыл биләмәһе халҡының, ауыл хакимиәте белгестәренең республика конкурсына кәрәкле документтарҙы ваҡытында һәм сифатлы әҙерләүе һөҙөмтәһендә Оло Аҡа ауыл советының 2022 йылда ла был программала ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы.
31 ғинуарҙа Оло Аҡала ауыл хал- ҡының 2022 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыу өсөн проект һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы. Йыйылышта Оло Аҡа ауылында йәшәүселәр күпселек тауыш менән программа ярҙамында “Оло Аҡа ауылында зыярат ҡоймаһы өсөн төҙөлөш материалы һатып алыу” проектын бойомға ашырырға ҡарар итте. Баш-ҡортостан Республикаһы бюджетынан 1000000 һум күләмендә субсидия һорарға ҡарар ителде, урындағы бюджеттан 150000 һум бүлеү күҙаллана, халыҡ яғынан ҡушып финанслау был юлы күберәк буласаҡ – бюджеттан һоралған сумманың 10 проценты, йәғни 100 000 һум, бағыусылар ҙа шунса ярҙам күрһәтәсәк.
Оло Аҡа ауылы зыяраты ағас ҡойма менән кәртәләнгән, бағаналары ла – ағастан. Бындай материал ныҡ түгел һәм оҙаҡ тормаясҡ. Ҡойманың күп урындары туҙған. Аҡса һәм материалдар етмәү сәбәпле, ҡойманы үҙ аллы яңыртып булмай. Зыярат ҡоймаһының оҙонлоғо – 1500 метр.
Әлеге ваҡытта зыярат ҡоймаһын ремонтлау эштәре ауыл халҡы көсө менән өмәләр ваҡытында башҡарыла. Ләкин, йыл һайын үткәрелгән ремонт-ҡа ҡарамаҫтан, ағас ҡойма тиҙ генә яраҡһыҙ хәлгә килә. “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыу Оло Аҡа ауыл советының мөһим проблемаларының береһен хәл итәсәк. Оло Аҡа зыяратын сифатлы материал менән кәртәләү уның тышҡы күренешен тәртипкә килтерәсәк, йыл һайын ремонтҡа сығымдар ҙа талап ителмәйәсәк.

Автор:Лариса Михалькова