Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы – республика ҡаҙнаһы, муниципаль берәмек бюджетының финанс ресурстары, физик һәм юридик шәхес аҡсаһын берләштереп, уларҙы район ауылдарының социаль мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биреүсе механизм.
Теләш, Айып, Ҡаранай, Һабанаҡ, Оло Аҡа ауылдарында йәшәүселәр – зыярат, Ҡорғат ауылы халҡы – шишмәне төҙөкләндереү, Ключевой ауылы халҡы Еңеү паркы һәм балалар өсөн уйын майҙансығын кәртәләү өсөн тауыш бирҙе. Әләгәҙ ауылында күпселек тауыш менән “Шишмә” балалар баҡсаһы бинаһы тәҙрәләре һәм йылылыҡ системаһын алмаштырыу, Түбәнге Бобин ауылында мәктәп иҙәне, ишек һәм электр уты менән яҡтыртыу системаһына капиталь ремонт өсөн тауыш бирҙеләр. Яуыштар – күсмә янғын һүндереү комплексы, Яңы Мишәр ауылы халҡы – ауыл клубы өсөн музыка аппаратураһы һәм компьютер техникаһы һатып алырға тәҡдим итте.
Йыйылыш барышында инициатива төркөмдәре һайланды, уның составына ауыл биләмәһе яҙмышына битараф булмаған, эште ойоштора һәм халыҡҡа проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында мәғлүмәт, хәлгә объектив баһа бирә белгән әүҙем кешеләр инде.
Тотош республиканан ғаризалар ҡабул ителгәс, конкурс комиссияһы уларҙы раҫланған критерийҙар буйынса баһалаясаҡ. Еңеү осрағында һәм конкурстың барлыҡ шарттарын үтәгәндә, мәсетлеләр үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Лариса РИЗВАНОВА.