Педагогтарҙың, уҡыусылар-ҙың, уларҙың ата-әсәләренең һәм ауыл халҡының тырышлығы менән хөкүмәт ярҙамында бында 88 тәҙрә йылылыҡты яҡшы тотоусы өр яңы матур тәҙрәләргә алмаштырылды. Заманса тәҙрәләр бинаның тышҡы һәм эске күренешен шунда уҡ үҙгәртеп ебәрҙе, балаларға ла хәҙер йылыраҡ бинала уҡыу күпкә уңайлы.
Түбәнге Бобин мәктәбендә ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмаҫҡа һәм артабан да был программала ҡатнашырға ҡарар иткәндәр. Быйыл уларҙың проекты мәғариф учреждениеһында иҙәндәрҙе, ишектәрҙе, электр селтәрҙәрен капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән.
Программаға әҙерлек сиктәрендә мәктәптә төрлө тематик саралар үткәрелә. “Һуғыш көйҙөргән юлдар” шиғыр һөйләүселәр конкурсында 5-10 класс уҡыусылары ҡатнашты. Шиғыр бәйгеһе йомғаҡтары буйынса Мария Кобякова менән Никита Шурманов беренсе урынды бүлештеләр. Икенсе урын Руфина Хөснөтдиноваға бирелде, өсөнсө – София Бәҙретдиноваға. Һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырылды, ә еңеүселәргә – грамоталар.
Проектҡа йәш рәссамдар ҙа ҡушылды. Улар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған һүрәттәрҙән стенд эшләне.
20 февралдә мәктәптә хәрби-патриотик йырҙар конкурсы уҙҙы. Сәхнәнән Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, Ватанға һөйөү тураһында бик күп матур йырҙар яңғыраны. Ҡыҙҙар һәм малайҙар музыкаль әҫәрҙәрҙе тыуған ил өсөн ғорурлыҡ һәм ватансылыҡ тойғоһо менән баш-ҡарҙы. Жюри ағзалары Татьяна Новоселова, Алла Васева һәм Мария Кобякова сығыштарҙы баһаланы. Шулай итеп, конкурста 8 класс уҡыусылары еңеп сыҡты, икенсе урын 10 класҡа бирелде, өсөнсө – 6 класҡа.
* * *
Рәсәйҙә 2021 йыл Фән һәм технология йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә һәм шулай уҡ “Урындағы башлан-ғыстарға ярҙам” программаһын хуплау маҡсаты менән 18 февралдә Әләгәҙ моделле китапханаһында “Ауыл хужалығы техникаһы менән танышыу” исемле сара үтте. Осрашыу һуңында малай һәм ҡыҙҙар “Ауылыбыҙ өсөн трактор” темаһына һүрәттәр төшөрҙө.
Түбәнге Бобин һәм Әләгәҙ мәктәптәре уҡыусыларының был тырышлыҡтары мотлаҡ үҙ һөҙөмтәләрен бирер, программа уңышлы атҡарылыр.