Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора

“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы район халҡы өсөн үҙҙәре йәшәгән төйәктә социаль әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мөһим роль үтәй. Бына инде биш йыл дауамында уның ярҙамында ауыл биләмәләрендә күләмле эштәр башҡарыла.

Йыл башынан был программаның икенсе этабы старт алды. Уға ярашлы, 21 ғинуарҙа Туҡбай ауылында дөйөм йыйылыш булды. Ауылда хәл итәһе мәсьәләләр араһында клубтың торошона бәйле проблема ла ҡаралды. 1991 йылда һалынған бинаның иҙәндәре, тәҙрәләре, ишектәре хәҙер иҫкергән, уларҙы яңыртыу талап ителә. Әммә алмаштырыу өсөн ҙур сумма – 517600 һум аҡса кәрәк. Йыйылышта ҡатнашыусылар был мәсьәләне “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса хәл итергә уйлай, шуға ла улар ауыл клубын ремонтлау өсөн берҙәм тауыш бирҙе.
Туҡбай ауылы халҡы һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Нәғимйән Моратшин был программала актив ҡатнашасаҡтарын һәм һәр береһе үҙ өлөшөн индерәсәген әйтеп үтте.
Программа буйынса эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн инициатива төрөкөмө һайланды. Уның составына Дамира Фәхрисламова, Мәғәмүр Моратшин, Тәнзилә Әхмәҙиева, Әлфинә Байбурина һәм Гөлфирә Вәлиева һайланды.