Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә был программа буйынса бик күп эштәр башҡарылды: Яңы Мишәр мәктәбенең ҡоймаһы яңыртылды, тәҙрә ҡуйылды, юлдар ремонтланды, Көршәле ауылы зыяраты кәртәләнде. Ни генә тимә, проблемаларын үҙ көсө менән хәл итеү юлын эҙләгән тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй был тарафта. “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһына ярашлы, ошо биләмәгә ҡараған Аҙанғол ауыл халҡы быйыл зыярат кәртәләү инициативаһын күтәрҙе. Дөйөм хаҡы яҡынса 640 мең һумға төшәсәк, проект ауыл халҡы менән бер нисә тапҡыр уртаға һалып тикшерелде.
Ғинуар айында ауылдың мәҙәниәт усағында ошо темаға арналған йыйылыш үтте, уға тиклем халыҡ фекерен белеү маҡсатында ауыл халҡы араһында тәҡдимдәр ҡабул ителде. Күпселек ауыл зыяратын төҙөкләндереү мөһимлегенә туҡталды. Һайлап ҡуйылған инициатива төркөмөнөң төп бурысы – халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу һәм эштең үҙен ойоштороу. Йыйылышта, күпселек тауыш йыйып, зыяратты кәртәләү буйынса проект яҡлау тапты. Заявка ыңғай баһа алһа, республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк аҡсаға ауыл халҡы һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре, бағыусылар ҙа үҙ өлөштәрен өҫтәйәсәк. Документтар йыйылмаһы әҙерләнеп, конкурс уҙғас, Аҙанғол ауылы зыяратын кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары алынасаҡ. Ә зыяратты кәртәләүҙе ауыл халҡы үҙ көсө менән өмәләр эшләп башҡарып сығырға йыйына.