Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ хәл итә

Башҡортостанда биш йыл дауамында “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә. Уның ярҙамында республика халҡы үҙ ауылдары территорияларын төҙөкләндереү мөмкинлеге ала.

Программа эшләй башлаған йылдан бирле унда Мәсетле районы ла әүҙем ҡатнаша. Ошо йылдар эсендә юлдар, мәҙәниәт йорттары ремонтланды, зыяраттар кәртәләнде, оҙаҡ йылдар йыйылып килгән башҡа мәсьәләләр хәл ителде.
2020 йылда районыбыҙҙан был программала ҡатнашыу өсөн 12 проект бирелде. Республиканың конкурс комиссияһы унауһын һайлап алды. Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн йәмғеһе 8,7 млн һум талап ителде, шуның 1,46 млн һумын халыҡ һәм бағыусылар йыйһа, 959,3 мең һумы урындағы бюджеттан бүленде, ә 6,3 млн һум республика бюджетынан алынды.
Быйыл да ауыл биләмәләре программаға әүҙем ҡушылды һәм урындарҙа проект һайлау буйынса йыйылыштар уҙғарҙы.
Ҡорғат ауыл биләмәһендә йыйылышта ҡатнашыусылар Тимербай ауылында шишмә тирәһен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе. Иҫәпләүҙәр буйынса, проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 220 мең һум талап ителә. Шуның 185 мең һумының республика бюджетынан бүленеүе көтөлә, ҡалған өлөшөн ауыл биләмәһе хакимиәте, халыҡ һәм бағыусылар йыясаҡ. Инициатива төркөмөнә Лилиә Ермолина, Радик Ғәлләмов һәм Тимерйән Исламетдинов һайланды.
Әләгәҙ ауыл биләмәһе халыҡ араһында йыйылыштар уҙғарып, анкета һорауҙарына яуаптар алып, халыҡҡа хәбәр итеп, ауыл биләмәһе өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе, проектта ҡатнашыу өсөн күпме аҡса йыйырға кәрәк буласағын еткереп, әҙерлек эштәрен алдан уҡ башлағайны.
Дөйөм йыйылышта әләгәҙҙәр ауыл биләмәһе өсөн трактор алырға хәл итте.
– Трактор ауыл биләмәһенең күп мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Тәү сиратта ауылдарҙың урамдарын ҡарҙан таҙартыу, юлдағыларға ярҙам итеү өсөн кәрәк был техника. Йәй ауылдар эсендәге юлдарҙы тигеҙләргә мөмкинлек барлыҡҡа килә, территорияны төҙөкләндергәндә лә техникаһыҙ булмай, – тине Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов, йыйылышты йомғаҡлап.
Һүрәттә: Ҡорғат ауылы халҡы үҙ фекерен белдерә.