Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иң әүҙемдәр

Абдулла ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында тәүге йыл ғына ҡатнашмай.

Улар был программала ҡатнашыу буйынса Мәсетле районында алдынғы позицияны биләй. Бынан алдағы йылдарҙа ауыл биләмәһе дүрт проектты тормошҡа ашырҙы ла инде: юлды, фельдшер пунктын ремонтланылар, урындағы мәҙәниәт йортоноң ҡорғандарын яңырттылар һәм музыка ҡоралдары һатып алдылар, шулай уҡ зыярат кәртәләрен алмаштырҙылар.
Быйыл бындағы халыҡ ауыл Советы ихтыяжы өсөн МТЗ-82 тракторы һатып алыу проектына тауыш бирҙе. Халыҡтан ҡушып финанслау суммаһы билдәләнгән, бер хужалыҡтан иң күбе – 1000 һум.