Программаның төп шарттарының береһе – ҡушып финанслау: ауылдағы социаль әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика һәм район бюджетынан аҡса бүленә, шуға өҫтәп халыҡ финанслай.
2019 йылдың ноябренән башлап Яңы Мишәр ауыл биләмәһе территорияһында 2020 йылда “Урындағы баш-ланғыстарға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашыу маҡсатында йыйылыштар уҙҙы.
Ауыл биләмәһе халҡы программала ҡатнашырға булды һәм Көршәле ауылы зыяратын кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыу проекты менән программала ҡатнашырға ҡарар итте.