Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ППМИ ярҙамында хыялдар тормошҡа аша

Х. Я. Фәткуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә алты ауылдан 113 уҡыусы белем ала.


Һәр ваҡыттағыса быйылғы уҡыу йылында ла мәктәптә төрлө саралар һәм тематик дәрестәр үтә. “Батырлыҡ дәресе”ндә балалар тарих уҡытыусыһы, ветераныбыҙ Дим Ишбулатов менән осрашты. “Беҙ СПИДҡа ҡаршы” асыҡ дәресе уҙҙы. Әсәйҙәр, оло йәштәгеләр көнөнә арналған байрамдарҙы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙек. Балалар мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша.
Республика Башлығы инициативаһы менән биш көнлөк уҡыу аҙнаһы булдырылғас, һәр айҙың бер шәмбе көнө иҫтә ҡалырлыҡ үтә. Мәктәптә Театр йылына арналған этношәмбе уҙҙы. Уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында Өфө ҡалаһынан Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкиле менән осрашыу ойошторолдо. Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнал-ған кисәлә уҡыусылар шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышты, “Айгөл иле” драмаһын сәхнәләштерҙе.
Уҡыусыларыбыҙ уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Быйыл иң тырыш уҡыусыларыбыҙҙың береһе Фирҙәүес Мөхәмәтова Мәскәүгә Кремль шыршыһына барасаҡ. Фирҙәүес яҡшы уҡыуынан тыш, матур йырлай, музыка мәктәбендә шөғөлләнә, “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнаша. Уҙған йылдарҙа Кремль шыршыһында уҡыусыларыбыҙ Гөлдәр Ғилметдинова менән Юлдаш Вәхитов булғайны.
Мәктәп 1965 йылда файҙаланыуға тапшырылған һәм уға ремонт талап ителә. 2016 йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһына ярашлы, белем усағының икенсе ҡатындағы коридорҙа 8 тәҙрә алмаштырылды. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты сиктәрендә спорт залының түбәһе ремонтланды.
2020 йылда “Урындағы башлан-ғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашып, мәктәптең ҡыйығын, электр селтәрен алмаштырыу планлаштырыла. Ноябрь айында программала ҡатнашыу буйынса халыҡ йыйылышы үтте. Йыйылыу-сылар бер тауыштан был проект яҡлы булды.
Ата-әсәләр, төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар, ауыл халҡы беҙҙең хыялды тормошҡа ашырырға ярҙамлашыр, тип ышанабыҙ.

Лариса ҒӘЙНУЛЛИНА,

Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе директоры урынбаҫары.