Бөтә яңылыҡтар

Артабан киттек!

Ҡорғат ауыл биләмәһе халҡы йәнә “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашырға йыйына.

Быйыл ҡорғаттар, проекттар конкурсында еңеп, ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһын кәртәләүгә республиканан ярҙам алды. 2020 йылда мәктәп тәҙрәләрен алмаштырыу инициативаһы менән сығыш яһанылар.

Программала ҡатнашыу өсөн объект һайлауға арналған йом-ғаҡлау йыйылышы ауылда 3 декабрҙә үтте. Унда 62 кеше ҡатнашты. Инициатива төркөмөнә Нурания Абдрахманова, Айһылыу Сахаева, Радик Ғәлләмов, Мәүлиҙә Хәсәнова, Әлфиә Рәхмәтуллаева һәм Зилира Ғиниәтуллина инде. Ҡушып финанслау дәүмәлен һәр кешенән 250 һум күләмендә билдәләнеләр.

– Беҙҙең мәктәп 1984 йылда һалынған. Ул мәлдән күп ваҡыт үтте, хәҙер ағас тәҙрәләр туҙған, урыны менән формаһын юғалт-ҡан. “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса 2018 йылда мәктәптә заманса 20 яңы тәҙрә ҡуйылғайны, быйыл йәнә 27 тәҙрәне алмаштырырға теләйбеҙ. Беҙ мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә финанс ярҙам биргән бындай программа булыуына бик шатбыҙ, – ти мәктәп директоры Рөстәм Фәтихов.