Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәр тәҙрәләрен алмаштырыу – киләсәк тураһында хәстәрлек

Түбәнге Бобин ауыл биләмәһе 2016 йылдан алып йыл һайын “урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнаша.

Быйылғы программа сиктәрендә ауыл халҡы “Василек” балалар баҡсаһы ҡыйығын ремонтлау өсөн тауыш бирҙе. Капиталь ремонт буйынса эштәр сифатлы һәм ваҡытында уҙғарылды.

2020 йылда “урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыу буйынса йыйылышты түбәнгебобиндар 21 ноябрҙә уҙғарҙы. Күп ауыл кешеләре, үҙ яуаплылыҡтарын, проблемаларға һәм ошоға оҡшаш йыйылыштарҙа хәл ителә торған мәсьәләләргә ҡағылыштарын аңлап, унан ситтә ҡалманы.

Осрашыуҙа Мәсетле районы хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов, шулай уҡ Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Степан Гуштюк ҡатнашты.

Түбәнгебобиндар менән бергәләп тикшергәндән һуң, 2020 йылда Түбәнге Бобин ауылы мәктәбендә тәҙрәләрҙе алмаштырып капиталь ремонт яһау буйынса проект менән программала ҡатнашырға ҡарар ителде. Инициатива төркөмө ағзалары һайланды, эштәрҙе башҡарыу өсөн кәрәкле сумма, халыҡ үҙе һәм бағыусылар йыйырға тейешле сығымдар өлөшө билдәләнде.

* * *

24 октябрҙә В. Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары халҡы йыйылышы булды.

Халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы “урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы – ул ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең иң мөһим проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән идеяларын тормошҡа ашырыуҙың реаль ысулы, тип билдәләне. Ул ауыл биләмәләре өсөн республика бюджетынан субсидия алыуға конкурс. Ябай ауыл кешеләренең үҙ ауыл биләмәләренең иң әһәмиәтле мәсьәләләрен хәл итеү өсөн средстволар бирелеүгә конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

– Был программа һеҙҙең мотлаҡ ҡатнашыуығыҙҙы талап итә, сөнки бюджетты ҡушып финанслауҙың 10 проценттан да кәм булмаған өлөшөн ауыл кешеләренең иғәнәләре тәшкил итә, – тине ул. Граждандарҙың проектта ҡатнашыуы ауылды төҙөкләндереү кимәлен күтәрәсәк. Мәктәп бинаһы тәҙрәләренең хәҙерге торошон иҫәпкә алып, беҙ уны шаҡтай яҡшырта, иҫке тәҙрәләрҙе заманса һәм экономлы яңы быяла пакеттарға алмаштыра алабыҙ.

Халыҡ конкурста ҡатнашыу инициативаһын хупланы һәм күпселек тауыш менән мәктәптең иҫке тәҙрәләрен алмаштырыу өсөн тауыш бирҙе.