Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ростовтар берҙәм тауыш бирҙе

Ростов ауыл советы ауыл биләмәһендә “урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса йом-ғаҡлау йыйылышы үтте.

Сара барышында район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов ҡатнашыусыларҙы ауыл биләмәһенең әлеге программала ҡатнашыу ҡағиҙәләре һәм һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Йыйылышта ауыл биләмәһе быйыл да программала ҡатнашасаҡ тип бер тауыштан ҡарар иттеләр һәм мәктәпкә яңы тәҙрәләр ҡуйыу проектын хупланылар. Уның өсөн 100 кеше тауыш бирҙе.

Сарала шулай уҡ инициатива төркөмө һайланды, ул, әгәр заявка ыңғай хәл ителһә, эштәр барышын контролләйәсәк, ҡушып финанслау өсөн халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәк. Ошонда уҡ халыҡтан күпме йыйырға кәрәклеген һәм бағыусылыҡ ярҙамы күләмен билдәләнеләр.

Йыйылыш һуңында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Ғәлимов теләктәшлек белдергәндәре, битараф булмағандары, проблемаларҙы хәл итеүҙә әүҙемлектәре өсөн йыйылышҡа килеүселәргә рәхмәт әйтте һәм программала еңеүгә өмөт белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурс шарттарына ярашлы, халыҡ менән йомғаҡлау йыйылыштары әлеге йылдың ноябрь аҙағына тиклем бөтә ауыл биләмәләрендә лә үтергә тейеш.