Бөтә яңылыҡтар

Яңы Мишәр ауылы халҡы мәктәп ҡоймаһын алмаштырҙы

Яңы Мишәр ауыл биләмәһе халҡы бына инде дүртенсе йыл “Урындағы башланғыстарға ярҙам” республика программаһында ҡатнаша. Уның ярҙамында Көршәле һәм Аҙанғол ауылдары юлдары ремонтланған, мәктәптә яңы тәҙрәләр ҡуйылған. Быйыл халыҡ мәктәп ҡоймаһын яңыртырға ҡарар иткән.

– Беҙ 82 балл йыйып, һайлап алыу конкурсын уңышлы үттек. “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса эштәрҙе ойоштороу өсөн Зөлфиә Сәхәүетдинова етәкселегендә инициатива төркөмө һайланды, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров.

Проектты ғәмәлгә ашырыу барышында мәктәптең 258 метр ҡоймаһы алмаштырылған. Был эштәрҙе башҡарыуға 388 мең һум талап ителгән. Программа талаптарына ярашлы, уны финанслауҙа урындағы халыҡ һәм бағыусылар ҡатнашҡан – 84 мең һум йыйған. Ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан эре ауыл хужалығы предприятиеһы – “Йондоҙ” йәмғиәте был яҡшы башланғысҡа ҙур өлөш индергән. Муниципаль бюджеттан 48 мең һум бүленгән, 256 мең һум – республика бюджетынан. Эштәрҙе подрядсы “ШЭ Ғәлләмов И. Р.” башҡарған.



... ә Ҡорғат халҡы – ауыл советы бинаһы ҡоймаһын


Ошо уҡ программа буйынса Ҡорғат ауылында эштәр тамамланған. Бында ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы периметры буйынса яңы ҡойма ҡуйылған. Был маҡсатта 317 мең һум бүленгән, шул иҫәптән 217 мең һум – республика бюджетынан, 35 мең һум – муниципаль бюджеттан, ҡалғаны – халыҡтың һәм бағыусыларҙың ярҙамы.

Эштәрҙе халыҡ үҙҙәре башҡарған. Рәис Әхйәмов, Данис Шакиров, Айҙар Искәндәров, Рәис Йоносов, Сәғит Саяров, Хәмзә Шәрәфетдинов, Ринат Шакирйәнов, Рәмил Аҡмалов, Владик Рәхмәтуллаев һәм Илгиз Байсарин ҙур ярҙам күрһәттеләр. Улар иҫке ҡойманы һүтеп, территорияны таҙартҡан һәм монтаж эштәрен алып барыу өсөн майҙансыҡ әҙерләгән.


Ҡорғаттарҙың эше көйлө бара.