Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ башланғыстары хуплау таба

Башҡортостан Республикаһында урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы 2014 йылдан бирле эшләй. Уның төп маҡсаты – ауыл биләмәләрендәге мөһим проблемаларҙы хәл итеү. Ошо проблеманы граждандарҙың дөйөм йыйылыштарында халыҡтың үҙенең хәл итеүе программаның төп шарты булып тора. Улар һыу менән тәьмин итеүгә, ауыл эсендәге юлдарға, күперҙәргә, мәҙәниәт йорттарына, урамдарҙы яҡтыртыуға, төҙөкләндереүгә, балалар майҙансығы ҡуйыуға, биләмә вәкәләттәренә ҡараған башҡа мәсьәләләргә бәйле булырға мөмкин.

Ул нисек башланды

Мәсетле районында урындағы башлан-ғыстарға ярҙам программаһын ғәмәлгә ашырыу 2016 йылда башланды. Ул ваҡытта район хакимиәте райондағы барлыҡ ауыл биләмәләренә был программала ҡатнашырға тәҡдим итә. Район хакимиәтенән был мәсьәләне контролдә тотоусы билдәләнә. Ул – төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса идаралыҡ начальнигы Илшат Ғабдулла улы Хәсәнов.


2016 йыл

Урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын һайлау буйынса конкурста райондың барлыҡ 12 ауыл биләмәһе лә ҡатнашты, уларҙың 10-ы конкурс һайлауын үтте. Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға халыҡ һәм бағыусылар 1 млн һум тотондо, 666 мең һумды урындағы бюджеттан бүлделәр, 4,4 млн һум Башҡортостан Республикаһы бюджетынан тотонолдо. 2016 йылда проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бөтәһе 6,1 млн һум китте.

Программа һөҙөмтәһендә юлдарҙы ремонтлау буйынса 3 проект, зыяраттарҙы кәртәләү буйынса – 3, мәғариф учреждениеларын ремонтлау буйынса – 2, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса – 1, балалар майҙансыҡтары урынлаштырыу буйынса 1 проект ғәмәлгә ашырылды.


2017 йыл

Конкурста һайлап алыуҙа райондағы барлыҡ 12 ауыл биләмәһе лә ҡатнашты һәм һайлап алыуҙы үтте. Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға халыҡ менән бағыу- сылар 1,7 млн һум йыйҙы. 1 млн һум урындағы бюджеттан китте, 6,7 млн һумды Башҡортостан Республикаһы бүлде. 2017 йылда проектты башҡарыуға барлығы 9,4 млн һум тотонолдо.

Зыяраттарҙы кәртәләү буйынса 2 проект, мәғариф учреждениеларын ремонтлау буйынса – 5, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса – 1, спорт майҙансығы ҡуйыу буйынса – 1, ауыл клубтарын ремонтлау буйынса 3 проект ғәмәлгә ашырылды.


2018 йыл

Был юлы 12 ауыл биләмәһенең 9-ы һайлап алыу буйынса конкурста үтте. Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға халыҡ һәм бағыусылар 885,5 мең һум йыйһа, 496 мең һум урындағы бюджеттан бүленде. 3,35 млн һум – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан. Туғыҙ проектты бойомға ашырыуға барлығы 4,7 млн һум аҡса сарыф ителде.

Программа ярҙамында юлдарҙы ремонтлау буйынса 2 проект, зыяраттарҙы кәртәләү буйынса – 1, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлау буйынса – 4, һыу үткәргесте ремонтлау буйынса – 1 һәм балалар майҙансығы ҡуйыу буйынса 1 проектты тормошҡа ашырыу мөмкин булды.


2019 йыл

Алдағы йылда барлыҡ ауыл биләмәләренең дә программала ҡатнашыуҙары көтөлә. Әлеге мәлдә граждандарҙың йыйылыштары бара, унда халыҡ проектты һәм ҡушылып финанслау күләмен билдәләй.

Программала ҡатнашыу район ауылдары халҡына ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнашырға, район хакимиәте, ауыл биләмәләре һәм халыҡ менән эшҡыуарҙар араһында үҙ-ара эшләүҙе нығытырға, граждандарҙың йәмәғәт инфраструктураһы объекттары торошо өсөн яуаплылыҡ тойғоһон арттырырға мөмкинлек бирҙе.



Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА

әҙерләне.