Йыл башында Һөләймән ауылы тормошонда ауыл кешеләре тәү сиратта нимәне яҡшыртырға теләр ине, тигән һорау килеп баҫҡас, улар бер тауыштан балалар майҙансығы һатып алып, территорияны төҙөкләндереү проекты өсөн тауыш биреп, балалары һәм ейәндәренең мауыҡтырғыс һәм сәләмәт ялы файҙаһына тауыш бирҙе. Проекттың дөйөм хаҡы 232 мең һум тәшкил итте, шуның менән бергә халыҡ өлөшө – 48 мең һум. Бөгөн әлеге проектты бойомға ашырыуға халыҡтан средстволар йыйыу бара.
Был эшкә йәш быуындың да ҡушылып китеүе һөйөндөрә. Улар проектҡа ярҙам итеү өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Йәштәр – беҙҙең киләсәгебеҙ” хәйриә концерты ойошторҙо. Унда студенттар Илназ Дусмөхәмәтов һәм Салауат Зәйнетдинов, уҡыусылар Гөлдәриә Таһирова, Эльвина Әхмәтйәнова, Таңһылыу Зәйнетдинова, шулай уҡ башлан- ғыс кластар уҡыусылары ҡатнашты.
Изге башланғыстан бер кем дә ситтә ҡалмаҫ һәм оҙаҡламай беҙҙә баҫҡыслы һырғалаҡ, бәүелсәктәр, алты ултырғыслы карусель, пресс өсөн эскәмйәле һәм турниклы спорт комплексы булған уйын комплексы урынлаштырыласаҡ тәүге һәм берҙән-бер балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, тип ышанабыҙ.
мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы.