Проекттың төп маҡсаты – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү.
Һәр проектты бойомға ашырыу бер нисә этаптан: халыҡ йыйылышынан, заявка төҙөүҙән, уны тикшереү һәм конкурслы һайлап алыуҙан тора, унан һуң, конкурсты үткән осраҡта, урындағы етәкселек вәкилдәре инициатива төркөмө менән берлектә подрядсы ойошмаларҙы һайлай һәм проектҡа ярашлы ҡуйылған бурыстарҙы хәл итә. Быйыл программала ҡатнашыуға заявканы Мәсетле районының һәр бер ауыл биләмәһе бирҙе. Ун икенән өсәүһенең – Әләгәҙ, Яңы Яуыш һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәләренең конкурслы һайлап алыуҙы үтеү өсөн балдары етмәне.
Шулай итеп, 2018 йылда 4 млн 731 мең һумлыҡ дөйөм суммаға туғыҙ проект бойомға ашырыласаҡ.
Абдуллала средстволар ауыл клубы өсөн сәхнә йыһаздары һәм музыка ҡоралдары, Туҡбайҙа зыярат кәртәләрен ремонтлау өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Һөләймәндә балалар майҙансығы ҡуясаҡтар һәм территорияны йыһазландырасаҡтар. Түбәнге Бобин ауылында һыу алғысты, Теләштә клуб бинаһы стеналарын, түшәмен, уйымдарын, Йоноста мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау тора. Урта Аҡала Совет, Аҙанғолда Яр буйы урамдарының юл ҡатламдарына ағымдағы ремонт яһаласаҡ. Ҡорғатта дөйөм белем биреү мәктәбендә тәҙрәләрҙе алмаштырасаҡтар.
Әлеге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур эш башҡарырға кәрәк. Инициатива төркөмдәре халыҡтан һәм бағыусыларҙан средстволарҙың кәрәкле суммаһын йыйырға тейеш. Был аҡсалар иҫәпкә күсереләсәк. Ошонан һуң подрядсыны билдәләүгә конкурс иғлан ите- ләсәк.