Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
1 Ноябрь 2022, 10:00

Бөтәһе өсөн дә асыҡ донъя

Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең ирекле сертификациялау системаһы белгестәрен әҙерләү буйынса “Бөтәһе өсөн дә асыҡ донъя” семинары уҙҙы.

Бөтәһе өсөн дә асыҡ донъя
Бөтәһе өсөн дә асыҡ донъя

Форумда Алтай крайы, Вологда, Калининград, Кемерово, Ленинград, Мәскәү, Новосибирск, Һамар, Свердловск, Смоленск өлкәләре, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы, Дағстан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург вәкилдәре ҡатнашты.
Беҙҙең район исеменән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Мәсетле районы ойошмаһы рәйесе Рубин Әхкәмов сығыш яһаны.
Уҡытыуҙа инвалидтар һәм аҙ хәрәкәт иткән төркөмдәр өсөн уңайлы мөхит тураһында мәсьәләләр күтәрелде.
Дүрт көн эсендә ҡатнашыусылар ҙур күләмдә мәғлүмәт алды, ә практик дәрестә “Мытищи аренаһы” боҙ һарайын ҡаранылар: спорт комплексы эргәһендәге территорияны, инеү урындарын, шулай уҡ дөйөм ҡулланыу урындарын тикшерҙеләр. Сарала ҡатнашыусылар йомғаҡтар буйынса отчеттар әҙерләне, шулай уҡ тест тапшырҙы. Тестарҙы уңышлы тапшырғандар Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең ирекле сертификация системаһы буйынса сертификацияланған эксперттары буласаҡ һәм үҙ төбәктәрендә үҙ аллы эшләй башлаясаҡ.
Рубин Филарис улы тесты уңышлы тапшырған һәм хәҙер артабан эш итеү өсөн кәрәкле документтарҙың тултырылыуын көтә.
– Әлеге семинар юғары кимәлдә ойошторолдо. Фәһемле сәфәрҙә булыуыма, яңы белем алыуыма, яңы кешеләр менән танышыуыма ҡәнәғәтмен, – тип уртаҡлаша тәьҫораттары менән Рубин Әхкәмов. – Артабан да бындай сараларға йөрөйәсәкмен.
Айлина ШАЙМОРАТОВА.

Автор:Лариса Михалькова