Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
8 Сентябрь 2020, 14:00

Реабилитация саралары

Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендә “Социум” исемле киоск барлыҡҡа килде. Шуға бәйле халыҡта һорауҙар тыуҙы: унда нимә һатасаҡтар һәм ул ни өсөн нәҡ шул урынға ҡуйылған?

Бөгөн Мәсетле районында һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 1283 кеше (уларҙың 716-һы – III, 374-е – II, 108-е – I төркөм, 85 бала), ете меңдән ашыу пенсионер йәшәй. Был категорияларға ҡараған кешеләр айырым тәрбиәгә һәм иғтибарға мохтаж.
Уларҙың күбеһенә реабилитация һәм гигиена саралары талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең районда ундай тауарҙарҙы, бигерәк тә техник реабилитация сараларын табыуы бик ауыр. Интернет селтәрендә лә кресло-коляскалар йәки функциональ карауаттарҙы ваҡытлыса ҡуртымға алыу кеүек белдереүҙәр йыш осрай.
Район хакимиәтендә аҙна һайын инвестицион проекттарҙы ҡарау буйынса “Эшҡыуар сәғәте” форматында осрашыуҙар үтә. Унда шәхси эшҡыуар Флүр Дусмөхәмәтов та ҡатнаша. Ул заманса техник реабилитация, шулай уҡ тәрбиәләү һәм гигиена сараларын тәҡдим иткән “Социум” һатыу итеү һәм прокатҡа биреү пунктын асыуҙы тәҡдим итә. Бындай урын һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең, оло йәштәгеләрҙең, шулай уҡ уларҙы ҡараусыларҙың йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ. Бында тотоп йөрөү ҡулайламаһы, ходунки, ҡултыҡ таяҡтары, кресло-бәҙрәф, тән тишелеүҙән һаҡлаусы матрастар, тыңлау аппараттары, медицина ойоҡтары һәм башҡа тауарҙарҙы һатып йәки прокатҡа алырға мөмкин буласаҡ. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары прокат хеҙмәте менән бушлай файҙалана аласаҡ.
Урынына килгәндә инде, Флүр Азат улы былай тип яуап бирҙе:
– Киосктың һәр кем үтеп йөрөй алырлыҡ, социаль учреждениеларҙан, район мәҙәниәт йорто, банк, баҙар һәм автовокзалдан алыҫ түгел, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылына башҡа торама пункттарҙан килеүселәр ҙә эҙләп йөрөмәҫлек урында булыуын теләр инем.
Павильон тирә-яғы төҙөкләндерелгәндән һуң асыласаҡ.