

Сәйәхәт Благовещен районында урынлашҡан Успенский Свято-Георгиевский ирҙәр монастырына барыуҙан башланды. Ҡунаҡтар ғибәҙәтхананы ҡараны, шишмәнән изге һыу алды, хәҙерге монахтарҙың тормошо тураһында белде.
Артабан юл Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле һәм донъяла ҙурлығы буйынса икенсе урында торған һыу сығанағы урынлашҡан “Красный ключ” паркына алып килде. Тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы, саф һауа, зәңгәр күлдәр һәм һәр ташта мәңгеләштерелгән бай тарих турҙа ҡатнашыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Һуңынан маршрут Свято-Троицкий ҡатын-ҡыҙҙар монастыры буйынса дауам итте.
Төп ваҡиға “Нуриман – баллы төбәк” оҫталыҡ дәресе булды. Унда ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән дауалау үләндәре өҫтәп, кәрәҙҙән хуш еҫле шәмдәр яһаны. Һәр кем өйөнә уникаль сувенир ғына түгел, ә ошо иҫ киткес сәйәхәттән йылылыҡ һәм илһам алып ҡайтты.
Экскурсия сағыу тәьҫораттарға, йылы аралашыуға бай булды.
– Мин был яҡтарға сәфәргә сығыуымдан бик тәьҫирләндем, – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әжекәй ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлназ Әхйәмова. – “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты ярҙамында мин үҙем өсөн тыуған еремдең гүзәллеген астым. Республикабыҙға, экскурсияны алып барыусыларға һәм водителгә ошо сәфәр өсөн ҙур рәхмәт. Шулай уҡ Мәсетле районында “Башҡортостанда оҙон ғүмер” кураторы Гөлшат Вәлитоваға рәхмәтемде белдерәм.
Азалия Исламова, Оло Ыҡтамаҡ ауылы:
– Бындай сәйәхәткә беренсе тапҡыр барҙым һәм үкенмәйем. Үҙем өсөн тарихтан бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белдем. Сәфәр мине һәм башҡа экскурсияла ҡатнашыусыларҙы өйҙән сығарып ҡына ҡалманы, ә ижад менән шөғөлләнергә, физик формала булырға, шулай уҡ артабан да әүҙем тормош алып барырға этәргес бирҙе.
Гөлшат Вәлитова, Мәсетле районында "Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһы буйынса куратор:
– Радий Хәбиров тарафынан башланған "Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм" проекты өлкән быуындың сәләмәтлеген нығытыу, социаль әүҙемлек осорон һәм сәләмәт тормош оҙайлығын арттырыу маҡсатында уникаль туристик программалар тәҡдим итә. Программа Башҡортостан Республикаһы территорияһында даими теркәлгән 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ирҙәр, шулай уҡ күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн иртә пенсияға сыҡҡан граждандар өсөн махсус эшләнгән. "Башҡортостанда оҙон ғүмер" сайтында теркәлеп, һәр ҡатнашыусы йылына бер тапҡыр сәфәргә сыға ала.
Теркәлеүҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса Йәштәр үҙәге белгестәре ярҙам итә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34770) 2-04-70.
Луиза ЗАКИРОВА
әҙерләне.