Проект Башҡортостандан 55 йәштән өлкән оло быуын вәкилдәренең Беларусь Республикаһына сәфәрен ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Проекттың операторы – Туризмды үҫтереү үҙәге. Сәфәрҙе “Крекс” туристик фирмаһы”, “Милли туроператорҙар компанияһы”, “Тархан”, “Сикһеҙ донъя”, “ДАНО ГРУПП” тур-операторҙары ғәмәлгә ашыра.
Турҙағы сығымдарҙың бер өлөшөн республика үҙ өҫтөнә ала. Был хаҡҡа Минск ҡалаһында ҡунаҡханала йәшәү, туҡланыу (иртәнге аш), трансфер, экскурсия хеҙмәтләндереүе һәм страховка инә.
2024 йылда Беларусь Республикаһына Мәсетле райо-нынан биш пенсионер барып ҡайтты. “Минск” милли аэропортында уларҙы “Башҡортостанда оҙон ғүмер” тигән яҙыу менән гид ҡаршы алды.
Тәүге көндә Минск ҡалаһының Собор мәсете – баш ҡаланың тарихи үҙәгендәге элекке Татар биҫтәһе эргәһендә урынлашҡан Беларусь Республикаһының төп мосолмандар ғибәҙәтханаһы – буйлап экскурсия ойошторолдо.
Артабан “Минск – Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы” экскурсияһы барышында ҡунаҡтар ҡаланың урта быуаттарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге төп иҫтәлекле урындарын, атап әйткәндә, баш ҡаланың Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанын, иҫке ҡала һәм Ратуша майҙаны, православие һәм католик ғибәҙәтханаларын, милли китапхана, спорт аренаһы, проспекттар, майҙандар һәм обелискыларын ҡараны.
Икенсе көндә уларҙы 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы буйлап экскурсияға алып барҙылар. Ул – илдең иң заманса һәм халыҡ күп йөрөгән музейҙарының береһе, халҡыбыҙҙың һуғыш йылдарындағы фажиғәһе һәм батырлығы тураһында хәтер һәм белем үҙәге. Үҙенсәлекле артефакттар интерактив реконструкциялар һәм моделдәр менән бергә тамашасыларҙы тарихи мөхиткә алып инә. Һуңынан туристар “Хатынь” мемориаль комплексында булды.
Өсөнсө көндә “Мир – Несвиж” экскурсия сәйәхәте ойошторолдо, унда ҡатнашыу-сылар ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыларын ҡараны. Туристар Мир һарайының ҡеүәтен баһаланы, уның боронғо стеналарына ҡағылды, үткән дәүерҙәрҙең рухын тойҙо. Һуңынан ҡунаҡтарҙы Несвиж ҡалаһына һарай һәм парк комплексына алып барҙылар.
Киләһе көндө туристар Минск ҡалаһының һәм республиканың билдәле объекттарының береһе булған Милли художество музейында экскурсияла булды. Боронғо фасады һәм колоннаһы менән бөйөк бина бай һынлы сәнғәт, графика, иконалар, скульптуралар, ювелир һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте коллекцияһын һаҡлай.
Артабанғы көндәр ҙә бик мауыҡтырғыс булды. Турис-тар асыҡ һауалағы Дудутки музейына барып ҡайтты. Унда белорус ауылы халҡының кәсептәре һәм технологиялары тәҡдим ителгән: көршәксе эше, һаламдан үреү, туҡыусылыҡ, икмәкхана, тимерлек һәм башҡалар.
Ҡунаҡтарҙы урта быуаттағы Борисов ҡалаһы ҡаршы алды. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бәйле билдәле. Туристар ҡаланың тарихи үҙәген ҡыҫҡаса ҡараны һәм Наполеон армияһы ҡыйратылған урындағы “Брилев яланы” тарихи комплексында булды. Бында, Березина йылғаһы буйында, француз полководецының һәм уның ғәскәренең генә түгел, тотош Европаның яҙмышы хәл ителә.
Экскурсия “БелАЗ: гиганттар донъяһында” дауам итте. Унда туристар двигателе тауышынан ғына ер тетрәгән ҙур техниканы күрҙе. Шулай уҡ ҡунаҡтар тарихтағы иң ҙур үҙбушатҡыс машина тәгәрмәсенең үҙәгенә ҡулдарын һоноп ҡараны һәм, ниһайәт, легендар “БелАЗ” кабинаһына күтәрелде. Кире отелгә бар-ғанда билдәле Дан ҡурғаны янында туҡталыш булды.
Турҙың һуңғы көнөндә мәсетлеләр төркөм составында Минск ҡалаһының тарихи үҙәгенең элекке Татар биҫтәһе эргәһендә урынлашҡан Беларусь Республикаһының төп мосолмандар ғибәҙәтханаһына барҙы. Мәсет эргәһендә ҡунаҡтарға белорус ерҙәрендә ислам тарихы тураһында бәйән иткән музей эшләй.
– Коллегам Рәмилә Әхкәмова менән “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһында үҙ аллы теркәлдек, – тип һөйләй Мәсетле районынан барған турист Нәфисә Шакирова. – Беренсе тапҡыр минең өсөн генә тур тәҡдим иттеләр, мин баш тарттым. Һуңғараҡ Беларусь Республикаһына урындар барлығы хаҡында шылтыратып хәбәр иттеләр. Беҙ ҙур ҡәнәғәтлек менән ризалаштыҡ. Өҫтәмә 27 мең һум түләнек. Самолетта осоу уңайлы булды. Беҙҙе ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Экскурсияларҙы тәжрибәле экскурсоводтар, фән кандидаттары үткәрҙе. Минск ҡалаһына тәүге килеүҙән алып белорус халҡының сит ил кешеләрен хөрмәт итеүен тойҙоҡ. Минск – бик матур ҡала, ул иҫ киткес гармониялы һәм яҡты. Магазиндарҙа – сифатлы белорус кейеме. Хаҡтар юғары түгел, шуға күрә беҙ өйгә төрлө күстәнәстәр алып ҡайттыҡ. Беларусь Республикаһында ҡунаҡтарҙы, беҙҙәге сәк-сәк кеүек, зефир менән ҡаршы алыуҙары иҫтә ҡалды.
– Беларусь аҙналығы ил тарихына һәм хәҙергеһенә сумыу, башҡа мәҙәниәт менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. Беҙҙә бик тәжрибәле яҡшы гид булды. “Хатынь” мемориаль комплексының тарихы тураһында һөйләгәндә, күңелебеҙ тулып, күҙҙәргә йәштәр тулды, – ти Флүзә Иҡсанова.
Хатынь хаҡында хәтер ҡыңғырауҙар метрономында яңғырай, уларҙың тауышы йөрәккә үтеп инә: бында 149 ауыл кешеһе, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар атып үлтерелгән һәм тереләй яндырылған. Гид 1943 йылдың 22 мартында булған фажиғә тураһында һөйләне: яраланған һәм янған 56 йәшлек тимерсе Иосиф Каминский төндә, фашистар урында булмаған саҡта, иҫенә килгән. Ауылдаштарының мәйете араһынан Иосиф улының һуңғы һулыш алған кәүҙәһен таба, улы уның ҡулында йән бирә. Һуғыштан һуң Каминский күрше Козыри ауылында йәшәй һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә хәтле (86 йәшкә тиклем) бында килә. Билдәле “Һынмаҫ кеше” монументы тап уны һынландыра. Был ерҙән тыш фашистар белорус ерендә 186 ауылды яндырған. Өс йыл эсендә улар 2 миллион 230 мең кешене юҡ иткән. Ошо һандарҙан йән өшөй, йөрәк һыҡрай...
Сәфәр юғары кимәлдә ойошторолдо – бөтә уңайлыҡтары булған һәм таҙа автобус, уйланылған маршрут. Һигеҙ көн эсендә мәсетлеләр баш ҡаланың, илдең иҫтәлекле урындары һәм үҙенсәлектәре менән танышты, уның мөхитен, йәмен тойҙо, тәмле милли аш-һыуынан ауыҙ итте.
Белешмә өсөн
“Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты үҙенсәлекле туристик программалар тәҡдим итә. Проект 55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәшкә еткән ирҙәр өсөн ғәмәлгә ашырыла. Һәр ҡатнашыусы “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты сайтында теркәлеп, программала йылына бер тапҡыр ҡатнаша ала. Теркәлеүҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса Йәштәр үҙәге белгестәре ярҙам итә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34770) 2-04-70.
Ләйсән АБЗАНОВА.
Һүрәттә: “БелАЗ” заводында туристар ҙур техниканы күрҙе