Программаның бер йүнәлеше – мәҙәни-танып белеү, әүҙем, һауыҡтырыу, ҡатнаш экскурсиялар, башҡа автобус туры ойоштороу һәм үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан туризм.
Район халҡының үтенесе буйынса Ҡазанға экскурсия ойошторолдо. Турға сығымдарҙы пенсионерҙар үҙҙәре түләне. Шулай итеп Татарстандың баш ҡалаһында Мәсетле районынан 43 пенсионер булып ҡайтты.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Көлнәзирә Латипова тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Иртәнге сәғәт 5-тә район хакимиәте бинаһы янында уңайлы кресло һәм телевизор менән йыһазланды-рылған автобусҡа ултырҙыҡ, ун өс сәғәтлек юл бик шәп үтте. Ҡазанда беҙҙе экскурсовод ҡаршы алды. Иң тәүҙә сәйәхәтселәр өсөн “Ғәжәйеп Ҡазан” автобус экскурсияһы ойошторолдо, – тип билдәләй Көлнәзирә Федосовна. – Кисен үҙ аллы ял иттек: Ҡазанһыу йылғаһы яры буйлап йөрөнөк, ҡаланың матур күренештәренә һоҡландыҡ, теплоход һәм катамарандарҙы күҙәттек.
Икенсе көндө Свияжск утрауында булдыҡ, боронғо монастырҙарҙы күрҙек. Артабан Иҫке Ураҡсы биҫтәһендә урынлашҡан барлыҡ диндәр ғибәҙәтханаһында булдыҡ, уның тышҡы яғын ҡараныҡ. Был бик ҡыҙыҡлы бина, унда православие һәм католик сиркәүҙәре, мосолман мәсете, будда ғибәҙәтханаһы, йәһүд синагогаһы һәм ҡытай пагодаһы берләштерелгән.
Ямғырлы һауа торошо мәсетлеләрҙең кәйефен ебәрә алманы.
– Ҡазан Кремле биләмәһендә беҙ Аҡташ Кремлендә, “Ҡол-Шәриф” мәсетендә һәм Благовещенск соборында булдыҡ. Беҙгә мәсет төҙөү тарихы тураһында һөйләнеләр. 16 быуат уртаһында батша Иван Грозный Ҡазан ханлығын Рус дәүләтенә ҡушҡан. Ҡаланы ҡамағанда ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә Ҡол Шәриф исемле имам етәкселек итә. Тыуған илендә ул дипломат, мәғрифәтсе һәм шағир булараҡ танылыу яулай.
– Сәфәр миңә бик оҡшаны. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙ урынлашҡан ҡунаҡхана ла яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, тәмле иртәнге аш та ҡаралғайны.
Оҙатып йөрөүсе Гөлшат Сәйхишлам ҡыҙы беҙҙең хәл менән даими ҡыҙыҡһынды, төркөмдән ҡалмауыбыҙҙы күҙәтте. Мәсетлеләрҙе “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектына ҡушылырға саҡырам, сөнки был күп яңы нәмәләр белеү һәм файҙалы ял өсөн бик шәп мөмкинлек, – тип һүҙен тамамланы Көлнәзирә Федосовна.
Өсөнсө көндө экскурсияла ҡатнашыусылар Татар Биҫтәһендә һәм Петропавловск соборында була. Улар үҙ аллы Бауман урамы буйлап йөрөй. Арыған, әммә бик ҡәнәғәт мәсетлеләр төнгә табан районға ҡайтып етә.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2020 йылдың октябрендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты эшләй башланы. Был программа Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә, уның ярҙамында оло йәштәгеләр сәйәхәт ҡыла һәм үҙҙәре өсөн яңы урындар аса.
Екатерина ӘМИРОВА.